

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы сиктәрендә тематик сессия уҙғарылды. Һөйләшеүҙә Рәсәй экология йәмғиәте рәйесе Рәшид Исмаилов ҡатнашты.
– Бөгөн баҙар яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә, – тине Рәшид Исмаилов. – Ошо мөмкинлектәр менән намыҫһыҙҙар ҙа файҙалана. Экомаркировкаға йәшел билдә ҡуялар, яҡшыраҡ һәм күберәк һатыу өсөн. Шул уҡ фермерҙың тауарын. Ә унда ысынында “эко” ҡуйылғанын кем тикшергән? Бында, миңә ҡалһа, бизнесҡа талаптарҙы көсәйтергә кәрәк. Был, иң беренсе, беҙҙең өсөн, ябай һатып алыусылар өсөн кәрәк.
Башҡортостан сода компанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу директоры Сергей Лобастов һөйләүенсә, экология менән сәнәғәт араһында баланс булдырырға кәрәк.
– Экология белеме йәһәтенән аңлатыу эштәрен уҡыусылар менән генә түгел, ә уҡытыусылар менән дә алып барыу зарур, – тине Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты директоры Элина Ғатауллина.
Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе – IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли беренселеге финалы бөгөн тамамлана.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.