

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы барышында сығыш яһаған Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов билдәләүенсә, ВорлдСкиллс – ул һәр кем барып ҡарай торған мөғжизәле донъя.
– Өфөлә бындай шәп сара ойошторолғанына мин бик шатмын, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Айрат Ғәтиәтов. – ВорлдСкиллс үткән ҡалала ул һәр саҡ байрам иҫәпләнә. Ошо ярыштар менән 2015 йылда танышҡайным. Ул саҡта ВорлдСкиллс хәрәкәте үҫешенең башында торҙом, шуның өсөн дә үҙемде бәхетле һанайым. Элекке эшемдә, Татарстанда саҡта, тап компетенциялар төҙөлөшө өсөн яуап бирҙем. Бөгөн Өфөлә был йәһәттән бик ҙур эштәр башҡарылған, ойоштороусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Айрат Ғәтиәтов һөйләүенсә, башта күптәр Рәсәйҙә ВорлдСкиллс хәрәкәтенең уңыштарына ныҡ шикләнеп ҡараған. Хәҙер был фекер юҡҡа сыҡҡан. Айрат Ғәтиәтов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, йыл да ВорлдСкиллс Рәсәй чемпионатын Өфөлә үткәрергә кәрәк, тигән тәҡдимен хупланы.
IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы бөгөн ябыла.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.