

Бөгөн – IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалының һуңғы көнө. Өфөлә үҫмерҙәр араһында үткәрелгән был бәйге сәмле барҙы, һәр компетенцияла ҡыҙ һәм егеттәр алдынғылыҡты бирмәү өсөн ныҡ тырышты.
Әйтәйек, “Ветеринар” компетенцияһында яралы йәки ауырыу йәнлектәргә ашығыс ярҙам күрһәттеләр. Яраны бәйләү, УЗИ үткәреү, һөйәктәрен тикшереү... Һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, ҡуян, бесәй, быҙау, хатта тауыҡ та бар ине. Әйткәндәй, ошо хайуандарҙы “Йәш һөнәрмәндәр” паркындағы “шифахана”ға урынлаштырҙылар.
Йәш һөнәрмәндәрҙең бәйгеһендә Рәсәйҙең 76 төбәгенән ҡыҙ һәм егет ҡатнашты, яҡынса 1800 кеше үҙенең көсөн һынап ҡараны, шул иҫәптән 600 үҫмер. Бынан тыш, беҙгә ике мең тирәһе эксперт килде. 30 меңдән ашыу тамашасы уны күҙәтте, алты меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһына һөнәри йүнәлеш майҙансығына инеү хоҡуғы бирелде.
Башҡортостан йыйылма командаһында 498 кеше иҫәпләнде, шул иҫәптән 100 белем усағынан 280 ҡатнашыусы һәм 218 эксперт. Яҡташтарыбыҙ 103 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен самаланы.
Фото: Башинформ.