

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала Өфөлә барған “Йәш һөнәрмәндәр" WorldSkills Russia–2021 милли чемпионатына йомғаҡ яһауҙан башланы.
Алдараҡ, был бәйгелә республиканан ҡатнашыусылар менән осрашҡан саҡта төбәк етәксеһе еңеүселәргә 100 мең һум, призерҙарға 50 мең һум аҡса түләнәсәк тигәйне. Ошо уҡ сумманы еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусылары ла аласаҡ. Бөгөн иһә Радий Фәрит улы был түләүҙәрҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа һәм ошо аҙнала уҡ бирергә ҡушты.
– Эште һуҙмағыҙ һәм ҡатмарлаштырмағыҙ. Бер генә документ буйынса был аҙнала уҡ аҡсалары карталарына төшөп ятһын, – тине Башлыҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан милли чемпионатта дөйөм иҫәптә икенсе урынды алды. Абсолют еңеүсе тип Мәскәү командаһы танылды.
Фото: Башинформ.