

Рәсәй юғары уҡыу йорттарынан 200-ҙән ашыу студент авиатөҙөлөш өсөн “Ростех ҡанаттары” программаһы буйынса белем аласаҡ.
Ростех инженерҙар әҙерләү буйынса махсус программаһы географияһын Рәсәйҙең 10 авиатөҙөү вузына тиклем киңәйтте. Быйылға “Ростех ҡанаттары” программаһы буйынса уҡыр өсөн йәштәр йыйыуҙы тамамланы. 229 студент ошо программала ҡатнаша. Бында Мәскәү, Питер, Өфө, Һамар, Рыбинск, Ҡазан, Улан-Удэ, Пермь, Иркутск һәм Новосибирскиҙың юғары уҡыу йорттары бар.
Студенттар Дәүләт корпорацияһынан ай һайын 50 меңгә тиклем дәртләндереү түләүҙәре, шулай уҡ беренсе курстан уҡ Ростехтың ҙур технология проекттарында ҡатнашырға мөмкинлек ала.
Яңы программаға һайлап алыуға талаптар ҡаты ине: БДИ буйынса Мәскәүҙекеләрҙең балы – 230-ҙан, Санкт-Петербург, Өфө, Һамар, Рыбинск, Ҡазан, Пермдекеләрҙеке – 210-дан, Новосибирск, Улан-Удэ, Иркутскиҙыҡыларҙыҡы 190-дан кәм, ә инглиз теле кимәле А2-нән түбән булырға тейеш түгел, аттестаттағы уртаса балл – 4 һәм унан да юғары.
Студенттар көсәйтелгән программа буйынса белем алып, 1-се курстан уҡ практика үтә, етештереү проекттарында ҡатнаша ала.
Программа сығарылыш студенттарының әҙерлек кимәле компанияларҙың талаптарына яуап бирерҙәй итеп төҙөлгән.
“Бөгөн дәүләт корпорацияһына ҡыҫҡа ваҡытта яңы юғары технологиялы граждандар продукцияһын уйлап табырға һәм сығарырға һәләтле белгестәр талап ителә. Шуға ла Ростех яңы программаны инженерҙар ғына түгел, ә инженер-интеграторҙар әҙерләй торған итеп эшләне. Бындай белгестәр төрлө белем һәм өлкәләр киҫелешендә эшләй. Эш академик һәм ғилми йәмғиәттәр менән берлектә бара. Авиация өлкәһенә кадрҙар әҙерләү буйынса Хәүефһеҙлек советы һәм РФ Президенты ҡушҡан талаптарға тулыһынса яуап бирә”, – ти Ростехтың персонал буйынса директоры Юлия Цветкова.
Пилот төркөмдәрендә уҡыу инглиз телен, конструкторҙар IT-компетенцияларын тәрән өйрәнеүгә, эш биреүсе предприятиеларҙың ҡатнашлығына, Корпорацияның партнерҙары – алдынғы халыҡ-ара техник вуздарҙа өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген биреүгә ҡоролған.
Буласаҡ инженерҙар, технологтар, конструкторҙар “специалитет” һәм “бакалавриат” программаларына ярашлы, һигеҙ йүнәлеш буйынса уҡыясаҡ, мәҫәлән: авиация һәм ракета двигателдәрен проектлау; самолет-вертолет төҙөү; мехатроника һәм робототехника; радиоэлектрон системалар һәм комплекстар; осоу аппараттарының интеграцияланған системалары һәм башҡалар.
Көсәйтелгән программа нигеҙендә Ростех белгестәре әҙерләгән вуздар менән бәйләнеш моделе ята: корпорация уҡыу йортонан да, студенттан да юғары күрһәткестәр көтә. Профилле предметтарҙан артта ҡалған студент өсөн Ростех түләмәйәсәк. Студенттың уҡыу һөҙөмтәләрен иһә бойондороҡһоҙ комиссия тикшерә. Төп фәндәр буйынса “һөйрәлгән” йәштәр Ростехтың пилот төркөмдәренән сығарыла һәм эш биреүсегә уҡыуға түгелгән сығымдарҙы кире ҡайтарырға мәжбүр була.
Бер ыңғайҙан, алда әйтелгәнсә, тырыш студенттарға дәртәләндергес түләүҙәр ҙә ҡаралған. Ниндәй уҡыу йорто булғаны, уҡыуҙа өлгәшкән уңыштарға ҡарап, түләү Мәскәүҙә – 50 меңгә, башҡа төбәктәрҙә 25 меңгә тиклем барып етеүе ихтимал.
Фотола: МАИ эксперименталь төркөмө студенттары – “Ростех ҡанаттары” махсус программаһында ҡатнашыусылар.