Белем һәм тәрбиә
30 Август 2021, 12:00

"Беҙ еңергә өйрәндек!"

Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда еңеүсе идеологияһы барлыҡҡа килде һәм был бик мөһим.

"Беҙ еңергә өйрәндек!""Беҙ еңергә өйрәндек!"
"Беҙ еңергә өйрәндек!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Йәш һөнәрмәндәр" WorldSkills Russia–2021 милли чемпионатына йомғаҡ яһаны.

– WorldSkills чемпионатының төп һөҙөмтәһе – беҙҙең республика һәм беҙҙең команда еңергә өйрәнде! – тине ул. – Ниһайәт, беҙ еңә, беренсе, икенсе урындарҙы яулай башланыҡ. Беҙҙең республикала ҡасандыр юғалған еңеүсе идеологияһы йәнә барлыҡҡа килә башланы. Ошо иң мөһиме. Еңеүҙәр еңел генә бирелмәй. Быға өйрәнергә һәм артабан алға хәрәкәт итергә кәрәк. Һәр еңеү республика үҫешенә этәргес бирә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Радий Хәбиров был аҙнала уҡ еңеүселәргә һәм уларҙың уҡытыусыларына вәғәҙә ителгән 100 һәм 50-әр мең һумлыҡ премияларҙы бирергә ҡушты.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан командаһы финал йомғаҡтары буйынса 53 миҙал яуланы: алты алтын, 12 көмөш һәм 17 бронза, шулай уҡ “Профессионализм өсөн” тигән егерме медальон алды.

– Мин премия биреү тураһындағы документҡа бөгөн ҡул ҡуясаҡмын. Был аҙнала уҡ аҡсаларын алһындар. Ошо арала мин улар менән осрашасаҡмын. Шулай уҡ Өфөлә был чемпионатты ойоштороусылар рәхмәт хаттары алһын, – тине Радий Хәбиров.

Чемпионат үтте лә эш бөттө тигән һүҙ түгел. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле планда ярыштарҙы үткәреү өсөн һатып алынған ҡорамалдар иҫәбенә 100 оҫтахананы заманса станок һәм техника менән йыһазландырыу. Ғөмүмән, Башҡортостанда был хәрәкәт артабан да үҫешәсәк, уҡыусыларҙы һөнәри яҡтан әҙерләү эше әүҙемләшәсәк. 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас