

Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу өсөн хаҡ артасаҡ. Бөгөн был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.
– Республика мәктәптәре уҡыу йылы башланыуға һәм уҡыусылар өсөн ҡайнар аш ойоштороуға әҙер. Иртәгә туҡланыу өсөн хаҡтар артыуын раҫлаған документтарҙы тәҡдим итәсәкбеҙ. Беҙ оҙайлы ваҡыт хаҡтарҙы сикләп килдек, күрше төбәктәр быны эшләне, беҙгә лә уларҙы тигеҙләргә кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр белдереүенсә, иҫәпләүҙәр республиканың Финанс министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә башҡарылған. Иртәгә документҡа ҡул ҡуйыласаҡ һәм 1 сентябрҙән яңы хаҡтар буласаҡ.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, республика мәктәптәре туҡланыуҙы ойоштороуға әҙер. Быйыл 280 аҙыҡ-түлек блогы ремонтланған, мәктәп ашханалары ремонтланған.
Радий Хәбиров быйыл туҡланыуҙы сифатлы ойошторорға ҡушты. Уның Контроль идаралығы ошо аҙнанан уҡ мәктәптәрҙә тикшереү башлаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтырҙан алып ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, башланғыс класс уҡыусылары мәктәптә бушлай туҡана. Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән һәм инвалид балалар өсөн шулай уҡ бушлай туҡланыу һаҡлана.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.