Белем һәм тәрбиә
30 Август 2021, 10:30

"Һөнәрле бала тормошта үҙ урынын тиҙ таба"

Танылған яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты тураһында фекерҙәрен еткерҙе.

"Һөнәрле бала тормошта үҙ урынын тиҙ таба""Һөнәрле бала тормошта үҙ урынын тиҙ таба"
"Һөнәрле бала тормошта үҙ урынын тиҙ таба"

Өфөлә бер нисә көн дауамында барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты тураһында танылған яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал үҙ фекерен еткерҙе.

– Йәш һөнәрмәндәрҙең бәйгеһендә тотош Рәсәйҙең алдынғы ҡарашлы йәштәрен күреп ҡыуандыҡ, ике мең тирәһе оҫта үҙенең көсөн һынап ҡараны. Иҫ киткес бит. Шуларҙың өстән бер өлөшө – үҫмер, – тип һөйләй Ринат Камал. – Бынан тыш, беҙгә ике мең тирәһе эксперт килде. Утыҙ меңдән ашыу тамашасы уны күҙәтте, тип яҙҙы ваҡытлы матбуғат, социаль селтәрҙә лә ошондай хәбәр булды. Алты меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһына һөнәри йүнәлеш майҙанына инеү хоҡуғы бирелеүенә һөйөндөм. Эйе, беҙгә килеп ҡараһындар, күрһендәр, өйрәнһендәр.

Башҡортостан йыйылма командаһында 500-гә яҡын кеше, тинеләр. Шулай уҡ күп бит. Йөҙ белем усағынан 280 ҡатнашыусы һәм 218 эксперт та булған. Яҡташтарыбыҙ 103 компетенцияла үҙ мөмкинлектәрен самалаған.

Бөтә Рәсәй беҙҙе күҙәтте. Нисек үтер, ойоштороу һәләттәре ни кимәлдә булыр? Республикабыҙ етәкселегенең сараны шәп итеп уҙғарыуына шатланам.

Шәхсән минеңсә, бәләкәйҙән һөнәрле булып үҫкәндәр тормошта үҙ урынын тиҙ таба, төрлө ҡаршылыҡтарҙы һәм ҡатмарлылыҡтарҙы еңел йырып сыға.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас