

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы өсөн алынған ҡоролмалар республикабыҙҙың колледждарына таратылып бирелә башланы. Белем усаҡтарын матди-техник яҡтан йыһазландырыу – ҡыҙ һәм егеттәргә тәрәнерәк белем биреүгә килтереренә, улай ғына ла түгел, төбәктә урта белем биреү сифатын ярайһы арттырырына тамсы ла шик юҡ. Был турала Башҡортостан Өҫтөнлөклө һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәләмова асыҡтан-асыҡ әйтте.
Өфөлә бер нисә көн дауамында барған милли беренселек сиктәрендә “ВидерКрафт РУС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Башҡортостан Өҫтөнлөклө һөнәри әҙерлек үҙәге араһында автомобилдәрҙе ремонтлау, хеҙмәтләндереү һәм буяу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Кира Ғәләмова әйтеүенсә, Башҡортостан Өҫтөнлөклө һөнәри әҙерлек үҙәге – профессиональ йүнәлеш өсөн төбәктең агрегатор һәм оператор ресурсы.
– Колледждарҙа тороп ҡалған ҡоролмалар, һүҙ ҙә юҡ, студенттарға белем биргәндә ныҡ ярҙам итәсәк, – тине Кира Ғәләмова. – Ошо компания менән берлектә киләсәктә проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ, ул производствола уҡытҡанда оҫталарҙың квалификацияһын камиллаштырыуға йүнәлтеләсәк.
Әйткәндәй, төрлө дискуссияларҙа Рәсәй төбәктәренең 50 колледжы һәм техникумынан вәкилдәр ҡатнашты, шулай уҡ илебеҙҙең төбәк хөкүмәттәренән 20-нән ашыу делегация килде.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан 50 белем биреү учреждениеһы араһында 5 белем усағы бүләк сертификаты менән бүләкләнде. Исемлектә Өфө статистика, мәғлүмәт һәм иҫәпләү техникаһы колледжы, Слюсарь исемендәге 8-се Дон сәнәғәт техник колледжы, Волгоград социаль-педагогия колледжы, Краснодар техник колледжы һәм Прокопьевск сәнәғәт-иҡтисади техникумы бар.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.