Белем һәм тәрбиә
30 Август 2021, 08:40

Отҡорҙар һәм көслөләр бүләкләнде

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.

Отҡорҙар һәм көслөләр бүләкләндеОтҡорҙар һәм көслөләр бүләкләнде
Отҡорҙар һәм көслөләр бүләкләнде

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы 29 августа “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябылды. Шуға иғтибар иттек, милли беренселек финалы асылғанда амфитетар майҙанына энә төртөрлөк тә ер табылманы, ә ябылыу ваҡытында халыҡ уға ҡарағанда ла күп ине.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовтың, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтовтың, Рәсәй Президенты идаралығының йәмәғәт проекттары буйынса начальнигы урынбаҫары Александр Журавскийҙың, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Роберт Уразовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы.

Тантана илебеҙҙең 76 төбәгенең флагтар парады менән асылды.

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, “Йәш һөнәрмәндәр” милли беренселеге – төп геройҙары мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм йәш белгестәр булған мөһим йәмәғәт сараһы.

– Бөгөн һеҙҙең менән Өфө ҡалаһында тотош аҙна һуҙымында барған ҙур сараны ябыу тантанаһында ҡатнашабыҙ, – тине министр Сергей Кравцов. – Ошо сараны ойоштороусыларға һәм, әлбиттә, милли беренселекте юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәшкәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтемде еткерәм. Шуға ныҡлы ышанам, чемпионат республиканың, дөйөм алғанда, илебеҙҙең үҫешенә ныҡлы булышлыҡ итәсәк. Был – эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалауға яҡшы стимул.

– Шулай итеп, беҙҙең ҡатнашыусыларыбыҙ өсөн ошо ябай булмаған көндәр шаулап-гөрләп үтеп тә китте, – тип сәләмләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Һеҙҙең арала кемдер еңде, бүтәндәр иһә призер булды. Ысынында һеҙҙең арағыҙҙа бер кем дә еңелмәне, сөнки һеҙ - барығыҙ ҙа ысын профессионалдар. Һүҙ ҙә юҡ, был тәңгәлдә, өйрәтеүселәрегеҙ һәм уҡытыусыларығыҙ ярҙам итте. Ошо көндәр һуҙымында беҙ һәммәбеҙ ҙә дуҫтарға әйләндек. Һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙгә, эш белеүегеҙгә һәм йылғырлығығыҙға ғорурланабыҙ. Республикабыҙҙа һеҙҙе тағы ла ҡунаҡҡа көтәбеҙ.

Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов милли беренселек финалын уҙғарыуға тос өлөш индереүселәргә рәхмәт әйтте, уның шул хәтлем юғары кимәлдә уҙыуына баҫым яһаны, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфө ҡалаһын WorldSkills үҙәге итеү теләген тулыһынса хупланы.

Рәсәй Президенты идаралығының йәмәғәт проекттары буйынса начальнигы урынбаҫары Александр Журавский әйтеүенсә, ул ошо көндәрҙә бихисап аҡыллы йәштәр менән осрашҡан, һуңғы йылдарҙа ВорлдСкиллс ярыштарында яңы көнүҙәк компетенциялар буйынса конкурстарҙың барлыҡҡа килеүенә ҡыуанған.

– Бәйгелә ҡатнашыусыларға рәхмәтем сикһеҙ, өс көн буйы сығыш яһауы ауыр, ысынлап та, ҡатмарлы көрәштең шаһиты булдыҡ, – тине “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Роберт Уразов. – Һеҙ – бөтәгеҙ ҙә еңеүсе! Призер исемен алыу – мәртәбәле, һис шикһеҙ, әммә милли чемпионат финалында һәр ҡатнашыусы – шәхес. Һеҙ дөрөҫ йүнәлеште һайлағанһығыҙ. Һәр берегеҙ үҙ һөнәрегеҙҙе үҫтерәһегеҙ. Был – ВорлдСкиллс Рәсәй хәрәкәтендә ҡатнашыусыларының миссияһы, беҙ бергәләшеп уны эстафета итеп, тотош илебеҙ буйлап йөрөтәбеҙ. Ҡунаҡсыл Башҡортостанға, республика етәкселегенә, күркәм Өфө халҡына рәхмәт!

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар милли беренселек еңеүселәренә һәм призерҙарына миҙалдар тапшырҙы. Дөйөм команда иҫәбе буйынса Мәскәү ҡалаһының йыйылма командаһы WorldSkills милли чемпионаты финалының абсолют еңеүсеһе тип танылды. I урынға, миҙалдар һаны һәм 700 балл шкалаһы буйынса төбәк позицияһы рейтингы иҫәпкә алынып, Татарстан Республикаһы командаһы сыҡты. II урынды Башҡортостан Республикаһы менән Санкт-Петербург ҡалаһы командалары бүлеште. Ә III урын Мәскәү өлкәһе командаһына бирелде. Әйткәндәй, Башҡортостан йыйылма командаһына 280 конкурсант һәм 218 эксперт инде.

Тамашасыларға “Тауыш. Балалар-2” телепроектында ҡатнашыусы Мария Мирова, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө һәм Рәсәйҙең танылған коллективы “Dabro” дәртле йыр-моңдар бүләк итте. Байрам салютын олоһо ла, кесеһе лә яратып ҡараны. 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас