Белем һәм тәрбиә
30 Август 2021, 11:30

Яҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне

Элекке милли беренселек менән сағыштырғанда, Өфөләгеһе иң йәш чемпионат иҫәпләнә.

Яҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәнеЯҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне
Яҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалында Башҡортостан йыйылма командаһы икенсе урынды алды. Бер йыл эсендә республика алты позицияла үҙенең һөҙөмтәһен яҡшыртҡан. Дөйөм командалар иҫәбе буйынса Мәскәү ҡалаһының йыйылма командаһы WorldSkills милли чемпионаты финалының абсолют еңеүсеһе тип танылды. I урынға, миҙалдар һаны һәм 700 балл шкалаһы буйынса төбәк позицияһы рейтингы иҫәпкә алынып, Татарстан Республикаһы командаһы сыҡты. II урынды Башҡортостан Республикаһы менән Санкт-Петербург ҡалаһы командалары бүлеште. Ә III урын Мәскәү өлкәһе командаһына бирелде. Көслө тәүге ун команда исемлегендә түбәндәгеләр – Красноярск һәм Краснодар крайҙары, Новосибирск, Кемерово, Свердловск, Силәбе, Сахалин, Һамар, Төмән өлкәләре һәм Саха Республикаһы (Яҡутстан).

Татарстандан Алина Шаймөхәмәтова “Лаборатор медицина анализы” компетенцияһында иң күп балл (1523) йыйған, Брянск өлкәһенән Илья Куликов иһә 1062 балл туплаған. Бынан тыш, “Виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ” комптенцияһында тәүге бишәү араһында – Мәскәүҙән Кирилл Рунасов һәм Олеся Лаухина (икеһендә лә – 938 балл), шул уҡ ваҡытта “Мебель етештереү” компетенцияһында Петр Евтюгиндың эшен 933 балға баһалағандар.

Шул иғтибарға лайыҡ, IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалында 76 төбәктән 1786 кеше ҡатнашҡан. Элекке милли беренселек менән сағыштырғанда, Өфөләгеһе иң йәш чемпионат иҫәпләнә. Дөйөм ҡатнашыусыларҙың өстән бер өлөшө үҫмерҙәр араһында көс һынашты (16 йәшкә хәтлемге 603 ҡыҙ һәм малай). Йәш буйынса рекордсмендар ҙа бар, “Ҡунаҡхана менән идара итеү” һәм “Селтәрле һәм системалы идара итеү” компетенцияларында ҡатнашыусыларға ни бары 11-әр йәш ине.

Үҫмерҙәр араһындағы бәйге еңеүселәренә һәм призерҙарға сертификат тапшырылды. Был уларға “Профиль техноотрядтары” тематик сменала ҡатнашыу хоҡуғын бирә.

Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса топ-10-ға түбәндәгеләр инде: Башҡортостан (280), Мәскәү (193 кеше), Татарстан (164), Санкт-Петербург (110), Кемеров өлкәһе (45), Силәбе һәм Свердловск өлкәләре (44-әр кеше), Красноярск крайы (38).

Мәртәбәле бәйгелә ҡыҙҙар һәм егеттәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынашты. Компетенциялар ете блокка бүленгәйне: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлеше.

Ике мең тирәһе эксперт ҡатнашты, улар - һәр компетенциялағы баш эксперттар. Үҫмерҙәрҙе уларҙың урынбаҫарҙары баһаланы. Быйыл ойоштороусылар түбәндәге яңылыҡты индергән – V – XI класс уҡыусылары өсөн профориентация майҙансығы асылған. Ул үҙенең эсенә дүрт профиль экскурсия маршрутын алды: “Креатив профессия һәм мәғариф”, “Етештереү, инженерия һәм һанлы технологиялар”, “Хеҙмәттәр күрһәтеү” һәм “Төҙөлөш технологиялары”.

Балаларҙың профессиональ ҡыҙыҡһыныуына ярашлы, алдан тест үткәреү нигеҙендә йүнәлештәр билдәләнде лә инде. Ошондай эш форматы уларға үҙҙәренең ҡулдары менән төрлө шөғөлдәрҙе башҡарыуға юл асты. Шуныһы, профориентация йүнәлешендә республикабыҙҙың 26 районының 217 мәктәбенән 2880 уҡыусы ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә, “Йәш һөнәрмәндәр” паркында Tru-а-skill 25 интерактив зона эшләне. Унда төрлө компетенцияларҙа көс һынаштылар.

Милли беренселекте ябыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былай тип мөрәжәғәт итте:

– Был беҙҙең өсөн бик ябай булмаған көн һәм төндәр булды. Һеҙҙең нисек ярышҡанығыҙҙы ҡарап барҙым. Кемдер еңеүсе исемен алды, кемдер призер булды. Уның ҡарауы, һеҙҙең арала еңелгән кеше юҡ. Һеҙ - бөтәгеҙ ҙә профессионалдар. Хөрмәтле өфөләр, әйҙәгеҙ, ҡунаҡтарҙы тәбрикләйек. Айырыуса өйрәтеүселәргә һәм эксперттарға сәләмдәремде ебәрәм. Һеҙгә ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ, һеҙҙең сәмсел сифаттарығыҙ һоҡландыра. Бөгөн миңә әҙерәк күңелһеҙ, сөнки тиҙҙән һеҙ таралышасаҡһығыҙ һәм оҙаҡ ваҡыт күрешмәйәсәкбеҙ. Ҡатнашыусыларға хөрмәтем ҙур. Һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙгә, эш белеүегеҙгә һәм үҫмер йылғырлығығыҙға ғорурланабыҙ. Республикабыҙҙа һеҙҙе тағы ла ҡунаҡҡа көтәбеҙ.  

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, “Йәш һөнәрмәндәр” милли беренселеге – төп геройҙары мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм йәш белгестәр булған мөһим йәмәғәт сараһы.

– Был - шул тиклем мөһим сара, – тине Сергей Кравцов. – Һеҙ төбәктәрҙә һайлау туры үтеп финалға сыҡтығыҙ. Беҙ 2023 йылда Петербургта үтәсәк Европа чемпионатына әҙерләнәбеҙ, барығыҙҙы ла саҡырам. Ошо сараны ойоштороусыларға һәм, әлбиттә, милли беренселекте юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәшкәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтемде еткерәм. Шуға ныҡлы ышанам, чемпионат республиканың, дөйөм алғанда, илебеҙҙең үҫешенә ныҡлы булышлыҡ итәсәк. Был – эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалауға яҡшы стимул.

Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов милли беренселек финалын уҙғарыуға тос өлөш индереүселәргә рәхмәтен әйтте, уның шул хәтлем юғары кимәлдә уҙыуына баҫым яһаны, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфө ҡалаһын WorldSkills йорто итеү теләген тулыһынса хупланы.

Рәсәй Президенты идаралығының йәмәғәт проекттары буйынса начальнигы урынбаҫары Александр Журавский әйтеүенсә, ул ошо көндәрҙә бихисап аҡыллы йәштәр менән осрашҡан, һуңғы йылдарҙа ВорлдСкиллс ярыштарында яңы көнүҙәк компетенциялар буйынса конкурстарҙың барлыҡҡа килеүенә ҡыуанған.

– Рәсәй Мәғариф министрлығына, бәйгелә ҡатнашыусыларға рәхмәтем сикһеҙ, өс көн буйы сығыш яһауы ауыр, ысынлап та, ҡатмарлы көрәштең шаһиты булдыҡ, – тине “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Роберт Уразов. – Һеҙ – бөтәгеҙ ҙә еңеүсе! Призер исемен алыу – мәртәбәле, һис шикһеҙ, әммә милли чемпионат финалында һәр ҡатнашыусы – шәхес. Һеҙ дөрөҫ йүнәлеш һайлағанһығыҙ. Һәр берегеҙ үҙ һөнәрегеҙҙе үҫтерәһегеҙ. Был – ВорлдСкиллс Рәсәй хәрәкәтендә ҡатнашыусыларының миссияһы, беҙ бергәләшеп уны эстафета итеп, тотош илебеҙ буйлап йөрөтәбеҙ. Ҡунаҡсыл Башҡортостанға, республика етәкселегенә, күркәм Өфө халҡына рәхмәт!

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас