

Волга буйы федераль округында ойошторолған “iВолга” йәштәр форумының һуңғы көнөндә резиденттар менән онлайн-форматта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров аралашты. Онлайн тәртибендә барған форум эшендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дүрт меңдән ашыу резидент ҡатнашты. Башҡортостан унда дөйөм күләме миллион һумдан ашҡан алты грант еңде. Йәштәр төрлө тармаҡтарҙан проекттар тәҡдим итте – иҡтисад, ауыл хужалығы, медицина...
Дискуссияны асып, Тулы хоҡуҡлы вәкил түбәндәгеләрҙе әйтте: “Беҙҙең алда бик күп мөһим бурыстар тора, уларҙы хәл итмәй тороп илдең үҫешенә өлгәшеп булмаясаҡ. Был фән, иҡтисад, йәмәғәт тормошон ойоштороу һәм башҡаларға ҡағыла. Һәм йәштәрҙең энергияһынан, уларҙың ҡыйыу фекерҙәренән һәм тыуған яғына һөйөүенән тыш беҙ уларҙы хәл итә алмайбыҙ ҙа. Беҙҙең форум – үҫештең мөһим нөктәһе, уның ярҙамында һеҙ тәжрибә туплайһығыҙ. Һәр ҡайһығыҙ үҙенең потенциалын һәм үҙенсәлекле мөмкинлектәрен үҫтерә алһын, был тормошта һәм һөнәрҙә үҙҙәрен тапһын тип теләйем”.
Һөйләшеү ваҡытында төрлө тема ҡаралды, улар араһында шәхси үҫеш тә, мөһим социаль мәсьәләләр ҙә бар ине. Игорь Комаров шулай уҡ ғилми-техник ижад күргәҙмәһендә тәҡдим ителгән ғилми эшләнмәләрҙе баһаланы. Унда 43 эш бар ине.
Форум йомғаҡтары буйынса грант конкурстары еңеүселәре билдәләнде. Йәштәр проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсына туғыҙ номинация буйынса 308 ғариза килгән. Эксперттар баһалағандан һуң 34 проект 15 миллион 549 мең һумлыҡ гранттар алды.
Волга буйы федераль округының Граждандар йәмғиәте институттары үҫешенә булышлыҡ итеү фондының грант конкурсында 321 проект ҡатнашты. Финал этабына 68 ҡатнашыусының проекты сыҡты. Ярҙамды иһә дөйөм суммаһы 4 миллион 150 мең һумлыҡ 20 проект алды, был аҡсаның 1 миллион 350 мең һумы йәштәрҙең ғилми-техник ижады күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар өсөн махсус гранттар булараҡ бирелде.