Белем һәм тәрбиә
31 Август 2021, 04:48

Оло тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Иртәгә бөтә белем усаҡтарында ла тәүге ҡыңғырауҙар яңғыраясаҡ.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡортостанда быйыл 1 сентябрҙә беренсе класҡа 60 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай уҡырға бара. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙғайны. Шуныһы шатлыҡлы: пандемияның дауам итеүенә ҡарамаҫтан, уҡыусы балаларҙың бөтәһенә лә был юлы мәктәпкә йөрөп уҡырға мөмкин.

 “Башҡортостан” гәзите хеҙ­мәт­кәрҙәренең бер нисәүһенең улдары һәм ҡыҙҙары тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инә. Мәҫәлән, редакцияның социаль бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гүзәлиә Балтабаеваның ҡыҙы – Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Сафия – атаһы менән әсәһе, ике ағаһы ҡурсалауында үҫкән иркә, алсаҡ, көләкәс ҡыҙыҡай. Ул баш ҡалалағы 166-сы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән, өсөнсө йыл инде бейеү студияһында шөғөлләнә. Һүрәт төшөрөүгә әүәҫ, ҡыҙыҡһыныусан, аралашыусан бала.

– Мәктәпкә барғанын түҙем­һеҙләнеп көтә Сафия, – ти Гүзәлиә Салауат ҡыҙы. –  Өлкән улдарыбыҙ математика йүнә­лешле гимназияла уҡыны. Ҡыҙы­быҙ иһә Ф. Мостафина исемен­дәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына барасаҡ. Унда, баҡсаға бергә йөрөгән йәштәш­тәре менән бер рәттән, Сафияны яңы әхирәттәр ҙә көтә.

Бынан тыш, “Башҡортостан” гәзитенең Учалы, Белорет, Бөрйән райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Римма Солтанова ейәненең уҡырға барасағы тураһында һөйөнөсө менән уртаҡлашты.

Баязитовтар ғаиләһе Өфө районының Зубов ауылында йәшәй. Солтан быйыл яңы төҙөп тапшырылған “Белем” (“Знание”) мәктәбенә 1-се класҡа бара.

– Солтан сәләмәт тормош яҡлы, джиу-джитсу буйынса спорт секцияһына йөрөй, – тип һөйләй Римма Рәмил ҡыҙы. – Уңыштары ла бар: күптән түгел Дүртөйлө ҡалаһында уҙғарылған грэпплинг буйынса республика турнирында призлы урын яулап, аҡ билбауҙың беренсе дәрәжә­һенә эйә булды.

Өҫтәүенә, атаһына эйәреп, велосипед спорты менән дә шөғөлләнә. Май айында Өфө урамдары буйлап уҙғарылған “1000 велосипедсы” веломарафонында йыл да ҡатнашалар.

Солтан менән һөйләшкәндә түбән­дәгеләрҙе белдек. Малай һүрәт төшөрөүгә әүәҫ, конструк­торҙар йыйырға ярата, донъя картаһын өйрәнә. Киләсәктә архитектор булып, ҙур һәм матур йорттар төҙөргә хыяллана. Ул ата-әсәһенең уң ҡулы икән – баҡса һәм йорт эштәрендә булыша, ике йәшлек ҡустыһы Уралды ла ҡараша.

Ғөмүмән, Солтан да, Сафия ла мәктәпкә барыуға тулыһынса әҙер, бөтә хәрефтәрҙе, һандарҙы беләләр, ижекләп уҡырға, һанарға ла өйрәнгәндәр. Бәләкәстәргә һәр йәһәттән дә уңыштар теләйбеҙ!

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас