Белем һәм тәрбиә
31 Август 2021, 13:30

Ҡунаҡтарға бүләккә - экскурсия

"85 йәшлек умартасы Фәнис абзыйҙың бал ҡортон, түмәр умартаны күрһәтеүе, улар тураһында һөйләүе ҡыҙыҡлы булды".

Ҡунаҡтарға бүләккә - экскурсияҠунаҡтарға бүләккә - экскурсия
Ҡунаҡтарға бүләккә - экскурсия

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында ҡатнашыусыларҙы республика тәбиғәте менән таныштырҙылар. Ойоштороусыһы – Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты. Экскурсияла ике меңдән ашыу ҡунаҡ ҡатнашты.

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә милли беренселек 25 – 29 августа уҙғарылды. Ярыштарҙа ике меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ көс һынашты.

Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты “Башҡортостан экскурсия ойоштороусылар гильдияһы” төбәк ойошмаһы менән берлектә ҡунаҡтарға ял сәғәттәре бүләк итте. Мәҫәлән, Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап автобуста 47 экскурсия ойошторолдо. Бынан тыш, “Торатау” геопаркына сәфәргә юлландылар, Иглин районының Иван-Казанка ауылына барып, умарталыҡта булдылар.

"Башҡорттарҙың умартасылыҡ менән шөғөлләнеүен быға хәтлем китаптан уҡып ҡына белһәм, хәҙер инде уны барып күреү бәхетенә лә өлгәштем, – ти Мәскәү ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар. – 85 йәшлек умартасы Фәнис абзыйҙың бал ҡортон, түмәр умартаны күрһәтеүе, улар тураһында һөйләүе ҡыҙыҡлы булды. Беҙгә ныҡ оҡшаны".

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында сәхнәләштерелгән “Дон Кихот” опера спектакле лә һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас