

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли беренселегенең финалы тамам. Унда, белеүегеҙсә, Башҡортостан йыйылма командаһы икенсе урынды алды. Компетенциялар буйынса ла яҡташтырыбыҙ һынатманы. Мәҫәлән, Мишкә районы егете Вадим Мортазин “Умартасылыҡ” компетенцияһында 1-се урынға сыҡты. Әйткәндәй, “Умартасылыҡ” компетенцияһы быйыл тәүге тапҡыр индерелде.
Вадим Мортазин әйтеүенсә, донъяла ҙур танылыу алған башҡорт балы менән Башҡортостан бәйгесеһе милли беренселектә алдынғы булырға тейеш. Ул үҙенә шундай маҡсат ҡуйған һәм призлы урынға сығыу өсөн бар тырышлығын һалған.
– Мин – Мишкә агросәнәғәт колледжы студенты, – тип танышты һәм шатлығы менән уртаҡлашты Вадим Мортазин. – Беҙҙә һәр тармаҡ буйынса көслө уҡытыусылар белем бирә, шул иҫәптән умартасылыҡ йүнәлешендә лә.
Вадим Мортазин уҡытыусылары Ксения Михайлова, Константин Ҡотломәтов һәм колледж директоры Валерий Байбулатовҡа рәхмәтле.
Егеттең һөйләүенсә, умартасы төрлө сирҙәргә бирешмәй, ауырымай, оҙон ғүмерле була. Шуның өсөн дә ул ошо һөнәрҙе һайлаясаҡ.
Шул шатлыҡлы: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың йыйылма командаһы менән осрашҡанда еңеүселәр – 100, ә призерҙар 50 мең һум аласағын вәғәҙә итте.
Фото: "Башинформ".