

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа шәхси балалар белем биреү үҙәктәрен үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Һөйләшеү урыны итеп “Мин – гений” дөйөм белем биреү ойошмаһы һайланды. Ул үҙ эсенә башланғыс мәктәпте, балалар баҡсаһын, балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә белем биреү үҙәген ала.
Башта республика етәксеһе балалар үҙәген, шөғөлләнеү һәм ял залдарын ҡараны. Кәңәшмә алдынан ул барыһын да Белем көнө менән ҡотланы, уңыштар теләне. Республикабыҙҙа дәүләткә ҡарамаған 45 лицензиялы балалар баҡсаһы бар. Айырыуса улар Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үҫешкән.
– Әлбиттә, шәхси балалар баҡсалары әлегә күп түгел, әммә уларҙың киләсәге бар, – тине Радий Хәбиров. – Бер йыл элек шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән ата-әсәләрҙең сығымдарын ҡаплау өсөн сертификат биреү тураһында тәҡдим менән сығыш яһағайныҡ. Стәрлетамаҡта 200 сертификат биреп эште башлағайныҡ, ә август аҙағына был һан 1563-кә етте. Уны дүрт меңгә хәтлем еткереү планын ҡуйҙыҡ. Республиканың 2022 йылғы бюджетына, ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, 140 миллион һум аҡса һалдыҡ. Шулай итеп, шәхси балалар баҡсаһындағы ике мең тирәһе урынды финанслайбыҙ. Ул биш миллиард һумға торошло ун яңы мәктәпкәсә учреждение тигән һүҙ. Бынан тыш, сертификат программаһы социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева әйтеүенсә, Өфөлә 38 шәхси балалар баҡсаһы эшләй.
– Сертификат биреү буйынса беҙҙең республика проекты менән федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыналар, – тине Радий Хәбиров. – Ошо тәжрибәне өйрәнеү маҡсатында сит төбәктәрҙән дә киләләр. Муниципаль учреждениеларҙа урын етмәгәндә, шәхси балалар баҡсалары ҡотҡара. 2020 йылда ғына яңы 25 мәктәпкәсә учреждение төҙөнөк, әммә һаман да етмәй. Ата-әсәләр тағы ла кәрәк тип һорай. Шуның өсөн дә сертификат хәрәкәте географияһын киңәйтеү мөһим. Бынан тыш, шәхси балалар баҡсаһы – социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.