Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2021, 07:00

Белем көнө менән ҡотлайым!

"Тәүге ҡыңғырау байрамы тормошоғоҙҙағы иң сағыу мәлдәрҙе берләштерә, мауыҡтырғыс асыштарға илтә һәм яңы офоҡтар аса", – тине министр.

Белем көнө менән ҡотлайым!Белем көнө менән ҡотлайым!
Белем көнө менән ҡотлайым!

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика халҡына Белем көнө уңайынан ҡотлау сәләмен юлланы, барыһына ла һәр йәһәттән уңыштар теләне. Ҡотлауҙа былай тиелә:

– Ҡәҙерле уҡыусылар, студенттар, хөрмәтле педагогтар һәм ата-әсәләр! Ихлас йөрәктән яңы уҡыу йылы башланыуы – Белем көнө – менән ҡотлайым! Тәүге ҡыңғырау байрамы тормошоғоҙҙағы иң сағыу мәлдәрҙе берләштерә, мауыҡтырғыс асыштарға илтә һәм яңы офоҡтар аса. Был – яңы маҡсаттар һәм еңеүҙәр, мөғжизәле донъя тураһындағы тәүге белемдәр.

Миллионлаған мәктәп уҡыусыһы һәм студенттар, мәғариф һәм фән тармағы хеҙмәткәрҙәре уҡытыусылары һәм педагогтары, шулай уҡ һәр кемебеҙ өсөн иң күркәм 1 сентябрь көнө – яңы башланғыстар һәм ынтылыштар символы, ташып торған идеялар мәле, ижади эҙләнеүҙәр осоро, киләсәк һәм мөмкинлектәр.

Хөрмәтле коллегалар, педагогтар, уҡытыусылар һәм мәғариф өлкәһе менән яҙмышын бәйләгәндәр! Һеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ һәм юғары профессионал булыуығыҙ – мәғариф сифатының юғарылығы. Һеҙҙең өлөшөгөҙгә уҡытыусы тигән ҙур хөрмәт һәм оло яуаплылыҡ төшкән. Киләсәк – һеҙҙең ҡулда!

Яуаплы эштәр осоро башланды. Ошо яңы уҡыу йорто яңы уңыштарға һәм ҡыуаныстарға тулы булһын! Киләһе уҡыу йылының уңыштарға һәм ҡаҙаныштарға бай булырына шикләнмәйем! Иң мөһиме, барығыҙға ла һаулыҡ теләйем!

 

Фото: myskillsconnect.com

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас