

Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан, бер нисә йыл элек кенә асылған 5-се мәктәптә Белем көнө бик күңелле, матур үтте. Уҡыусыларҙы байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тә килде.
Белем усағы директоры Фәнил Йылҡыбаев белдереүенсә, 2020/21 уҡыу йылында мәктәпкә 14,5 миллион һум аҡса бүленгән. Был суммаға уҡыу кабинеттары тулыһынса йыһазландырылған. Быйылдан балаларҙың һәләттәрен үҫтереү маҡсатында төрлө түңәрәктәр, секциялар эшләй башлаясаҡ.
Был биҫтәлә күпселек йәш ғаиләләр йәшәүен иҫәпкә алғанда, йыл һайын мәктәпкә килергә теләк белдереүселәрҙең һаны арта, мәғариф учреждениеһында улар өсөн бөтөн шарттарҙы булдырырға тырышалар.
Мәктәп уҡыусылары араһында "Бишенсе мәктәптә тик "бишле" билдәһенә" тигән девиз йәшәй. Бөгөн тәүге тапҡыр парта артына ултырған 50 ҡыҙ һәм малай ҙа тик "бишле"гә уҡырға һүҙ бирҙе.
Байрам менән, ҡәҙерле уҡытыусылар һәм уҡыусылар!
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайты.