

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә студенттарҙың йәшәү шарттары тураһында яҙҙы.
"Өфөлә WorldSkills милли чемпионатын үткәргәндә унда ҡатнашыусыларҙың бер өлөшөн баш ҡалабыҙҙың колледж һәм университеттары дөйөм ятаҡтарына урынлаштырҙыҡ. Ошо турала Хөкүмәттә ҡарар ҡабул иткәндә, уны тормошҡа ашырғанда әлеге биналарҙың ҡайһы берҙәренең торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел ине. Уларҙа бик оҙаҡ ваҡыт карауаттар, өҫтәлдәр, ултырғыстар, матрастар алмаштырылмаған, оҙаҡ йылдар капиталь ремонт үткәрелмәгән", - тип яҙҙы Премьер министр.
Уның билдәләүенсә, йәштәр бындай насар шарттарҙа йәшәргә тейеш түгел. Ни тиһәң дә, XXI быуат! Ҙур сара алдынан ҡайһы бер кәмселектәр бөтөрөлгән, ә хәҙер инде был мәсьәлә менән етди шөғөлләнә башларға ваҡыт. Андрей Назаров ошо күңелһеҙ күренештәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн шәхсән дөйөм ятаҡтарҙы ҡарарға сыҡты.
"Бөгөн Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында булдым, – тигән Премьер-министр. – Дөйөм ятағы улай уҡ насар хәлдә түгел, хөртөрәктәр ҙә бар. Шуға ҡарамаҫтан, бында матрастар ныҡ таушалған. Санузелдар ҙа эшкә яраҡһыҙ. Ҡыҫҡаһы, бында ремонт кәрәк. Был дөйөм ятаҡ 20 йылдан ашыу яңыртылмаған".
Андрей Назаров фекеренсә, киләһе йылдарҙа бар дөйөм ятаҡтарға ла капиталь ремонт үткәрелә башлаясаҡ, шулай уҡ яңылары ла төҙөләсәк. Студенттар әле бүлмәләрҙә ҡыҫылышып йәшәргә мәжбүр, унан бигерәк, тап урын етмәү сәбәпле, ошондай белем усаҡтарына уҡырға инеүҙән баш тарталар. Ситтән килгәндәр ҡалала фатирға түләп тора алмай.
"Бөгөн студенттарҙың ошолай йәшәүе – ярамаған эш, – тигән Андрей Геннадьевич. – Ул беҙҙең эшләп еткермәүҙе аңлата. Шуның өсөн ошо ҡырҡыу мәсьәләне үҙ өҫтөмә алам. 2024 йылға хәтлем уны тулыһынса хәл итеү зарур. Мәғариф тармағындағы бүтән проблемаларҙы яйға һалыу менән дә шөғөлләнәбеҙ. Белем көнө уңайынан барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайым! Һаулыҡ теләйем!"
Фото: Андрей Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһе.