

IX йәш һөнәрмәндәр (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында еңеүсе яҡташтарыбыҙ – ғорурлыҡ! Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Элина Диниева “Финанстар” компетенцияһында уңышҡа өлгәште.
20 йәшлек ҡыҙ Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты колледжын тамамлаған, артабан уҡыуын ошо юғары уҡыу йортонда дауам итергә булған.
"Финанс белгесе һөнәрен һайлауым тиккә түгел, – ти Элина Диниева. – Ул, аныҡлыҡтан тыш, ижади ҡараш та талап итә. Үҙ ғүмерендә һәр беребеҙ финанс һүҙе менән осраша йәки унан йыраҡ тормай. Тағы ла был һөнәрҙе шуның өсөн һайланым – киләсәктә дәүләт органдарында көсөмдө һынап ҡарарға уйлайым".
Әйткәндәй, республикабыҙҙың Финанс министрлығы белгестәре еңеүсе Элина Диниеваға “күҙ һалған”.
Алтын миҙал алыуы менән Элина Диниеваны беҙ ҙә ҡотлайбыҙ, киләсәктә тик уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Башинформ.