

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районындағы 159-сы белем биреү үҙәгендә һәм Ленин районындағы 1-се лицейҙа булды. Төбәк етәксеһе тантаналы линейкаларҙа ҡатнашты, уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы.
Сипайлово биҫтәһендәге 159-сы белем биреү үҙәген 2010 йылда төҙөгәндәр. Ул үҙ эсендә мәктәп менән балалар баҡсаһын берләштерә, бында, дөйөм алғанда, 1870 бала шөғөлләнә. Мәктәп уҡыусылары тотороҡло рәүештә предмет олимпиадаларында, БДИ-ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
– Бөгөн беҙҙең республикала ярты миллион самаһы бала мәктәптәргә барҙы. Барығыҙҙы ла Белем көнө менән тәбрикләйем. Уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуын, яңы белемдәр алыуын, гел алға барыуын, үҙ киләсәген хәстәрләүен теләйем, – тине Радий Хәбиров. – Эпидемиологик хәл мәктәптәргә ҡайһы бер сикләүҙәр менән булһа ла нормаль эш тәртибенә ҡайтыу мөмкинлеге бирҙе. Элекке кеүек үк санитар нормаларҙы үтәргә, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡларға кәрәк.
Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларға намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. Ул Сипайлово биҫтәһен үҫтереү пландары менән дә уртаҡлашты.
– Быйыл “Ҡашҡаҙан” паркында төп эштәрҙе тамамлайбыҙ, “Ҡоштар” скверын төҙөп бөтөрәбеҙ, ихаталарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, Ҡариҙел йылғаһы ярын проектлай башлайбыҙ. Сипайлово – бик яҡшы биҫтә, бында йәшәү, эшләү, спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Биҫтәлә ике балалар баҡсаһы төҙөнөк, өсөнсөһөн файҙаланыуға тапшырабыҙ. Планда – яңы мәктәп һәм ҙур заманса поликлиника.
Белем биреү үҙәгендә республика етәксеһе уҡыу кластарында булды, стоматология кабинетын ҡараны, мәктәп туҡланыуын ойоштороу кимәлен баһаланы һәм педагогик коллектив менән аралашты. Уҡытыусылар уға мәктәптә тормошҡа ашырылған яңы белем биреү технологиялары, ижади башланғыстар тураһында һөйләне. Араларында электрон белем биреү, технопарк, мәктәп медиастудияһы, шулай уҡ эстрада вокалы, заман һәм халыҡ бейеүҙәре студияһы, арт-класс, КВН бар.
2020 йылда 1122 бала уҡыған 1-се Өфө лицейы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Уны тамамлаған билдәле кешеләр араһында “ДДТ” төркөмө лидеры Юрий Шевчук, Рус дәүләт академия драма театры артисы Татьяна Афанасьева, ғалим Морат Кейекбаев, вице-адмирал, Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ Флоты баш командующийы урынбаҫары Игорь Мөхәмәтшин бар.
Өс йыл элек, Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына тип, төҙөүселәр был уҡыу йортон яңыртыуҙы тамамланы. Яңы дүрт ҡатлы корпус төҙөлдө, булған биш ҡатлыһы ремонтланды, тирә-яҡ биләмә төҙөкләндерелде.
– Бөгөн тәү сиратта беренсе класс уҡыусылары өсөн ҙур байрам. Уларҙың барыһына да һәйбәт уҡыуҙарын теләйем. Ауырымаһындар, ҙур илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫһендәр, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең мәктәптең матур йолалары, бай тарихы бар. Бар күңелен, һаулығын, көсөн балалар тәрбиәләүгә биргән уҡытыусыларға айырым ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Тантаналы линейканан һуң Башҡортостан Башлығы лицей эшмәкәрлеге менән танышты. Директор Елена Веревкина белдереүенсә, уҡыусыларға иртә һөнәри йүнәлеш биреү өсөн мәктәптә Заманса уҡытыу технологияларына ярҙам итеү фонды менән берлектә ӨДНТУ ҡарамағында “Мәктәп-вуз” системаһы булдырғандар.
Лицейҙа 315 урынлыҡ тамаша залы, ике спорт залы, баскетбол һәм волейбол уйнау өсөн үҙенсәлекле спорт майҙансығы, балалар уйын майҙансығы, 400 урынлыҡ ашхана, китапхана, медицина блогы бар. Бөтә кластар ҙа программа-аппарат комплексы менән йыһазландырылған, унда интерактив таҡта, мультимедия проекторы инә.
Радий Хәбиров технология кабинетын һәм башланғыс кластар блогын ҡараны. Ул бында беренсе класс уҡыусылары менән аралашты. Спорт залында “Юғарыға ос!” республика программаһына ярашлы өҫтәмә һөнәр алған уҡыусылар бейеү оҫталығын күрһәтте.
– Башҡортостан мәктәптәре “Юғарыға ос!” проектында әүҙем ҡатнашырға тейеш. Беҙҙең балалар өҫтәмә белем һәм компетенциялар алһын. Был турала август кәңәшмәһендә килештек, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров шулай уҡ мәктәптең стоматология кабинетында булды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш балалар стоматологы, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы баш табибы Римма Ғәниева Радий Фәрит улына Башҡортостан мәктәптәрендә ошондай кабинеттар асыу башланғысы өсөн рәхмәт әйтте. “Юғарыға ос!” проекты нигеҙендә уларҙы әле 68 мәктәптә астылар, ә 2024 йылға тиклем йәнә 57 белем усағы өҫтәләсәк. 2020 йылда ғына яңы стоматология кабинеттарында 64 меңдән ашыу баланы ҡарағандар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.