

"Ошо күренештән дә күркәмерәге юҡ – беҙҙең балалар үҙ уҡытыусылары менән мәктәпкә инә. Ә эргәлә – уларҙың ата-әсәләре. Барығыҙҙы ла ҡотлайым! – тип яҙҙы республика етәксеһе. – Был – Өфө районындағы Зубов ауылындағы яңы мәктәп. Һәм бындай мәктәптәрҙе, яңы һәм замансаларҙы, беҙ республикала ике йыл эсендә 28-ҙе төҙөнөк, һөҙөмтәлә уҡыусылар өсөн 9916 урын булдырылды.
Быйыл тағы туғыҙ белем усағы сафҡа инәсәк, улар барлығы 6322 урынға иҫәпләнгән. Беҙҙә шулай уҡ ремонт талап иткән иҫке мәктәптәр ҙә, ныҡ тулылар ҙа бар. Артабан да төҙөйәсәкбеҙ һәм яңыртасаҡбыҙ".
Фото: shkolnaiapora.ru, видео республика Башлығының сәхифәһенән.