

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә бер нисә көн дауамында барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионатына бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, милли беренселектә Башҡортостан йыйылма командаһының икенсе урын яулауында ҡыҙ һәм егеттәрҙең, уларҙы өйрәтеүселәрҙең етди әҙерлеге, ҙур хеҙмәте ята. Тотош бер йыл дауамында ошо ярыштарға әҙерлек барған һәм бына – лайыҡлы һөҙөмтә!
"Бар команда менән бергәләшеп һынауҙарҙы үтеп, финалға барып етеүебеҙ менән ҡотлайым! – тигән Радий Фәрит улы. – Ярыштар юғары кимәлдә уҙыр тип ышана инек. Бөтә компетенцияларҙа ла ғәҙел һәм көсөргәнешле көрәш барҙы. Әйткәндәй, Өфөлә уларҙың күптәре тәүгә индерелде. Беҙҙең хөрмәтле эксперттарға еңеүселәрҙе асыҡлау еңелдән булманы. Тимәк, ысынлап та, илебеҙҙә белемле яңы быуын үҫеп килә, заманса фекер йөрөткән һәм компетенциялы. Улар ҡурҡмайынса үҙҙәренә яуаплылыҡ ала, берҙәм командала эшләй белә, иң ҡатмарлы профессиональ мәсьәләләрҙе сисеүгә һәләтле.
Өфө ҡалаһын милли чемпионатты даими ойоштороу урыны итеү идеяһын әйттем. Уйлауымса, беҙҙе күтәреп алырҙар, быны ныҡ теләйбеҙ. Һәр хәлдә, һәммәбеҙ өсөн дә ошо чемпионат кәрәк һәм мөһим. Чемпионатта ҡатнашыусы хөрмәтле йәштәр! Һеҙҙең ҡулда – илебеҙҙең киләсәге, ул ныҡлы ла, ышаныслы ла. Бөтәгеҙгә лә уңыштар һәм тыныслыҡ теләйем! Барығыҙҙы ла Башҡортостанда көтәбеҙ!"
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.