

1 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында булды.
Белем усағы 1957 йылда еңел сәнәғәте техникумы булараҡ асылған. Бөгөн колледж Башҡортостанда һәм Урал төбәгендә алдынғы уҡыу йорттарының береһе һанала. 2020 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса, Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) хәрәкәте йүнәлешендә Рәсәйҙәге уҡыу йорттарының ТОП-100 исемлегенә индерелде. Әле колледжда 1468 студент иҫәпләнә. Уларҙың 500 тирәһе дөйөм ятаҡта йәшәй, бина 1957 йылда төҙөлгән, 20 йылдан ашыу капиталь ремонт күргәне юҡ, ә инвентарь техникум асылған бирле бөтөнләй яңыртылмаған.
"Студенттар бындай алама матрастарҙа йоҡларға тейеш түгел, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Түшәктәр ныҡ иҫкергән, бөтөнләй яраҡһыҙға әйләнгән. Санузел шулай уҡ тейешле хәлдә түгел, уны мотлаҡ тәртипкә килтерергә кәрәк. Беҙ дөйөм ятаҡтарҙа студенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тейеш".
Хөкүмәт Премьер-министры оҙаҡҡа һуҙмай, киләһе аҙнала уҡ, санузелды тәртипкә килтерергә, ә йыл аҙағына республикабыҙҙың бөтә дөйөм ятаҡтарында ла матрастарҙы яңыртырға ҡушты.
Андрей Назаров билдәләүенсә, киләсәктә бар дөйөм ятаҡтарға ла капиталь ремонт эшләнәсәк, шул уҡ ваҡытта яңылары төҙөләсәк - урындар етмәй. 2024 йылға хәтлем ошо мәсьәләне хәл итеү зарур.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.