

Бөгөн Хәйбулла районы мәктәптәренә уҡырға дүрт меңдән ашыу бала барҙы. Улар араһында айырыуса иғтибар үҙәгендә, әлбиттә, I класс уҡыусылары. Байрамса кейенгән һәм бер аҙ ҡаушап та ҡалған балалар матур сәскә гөлләмәләре менән тантаналы линейкаларҙа ҡатнаша. Сабыйлыҡтан яңы сыға башлаған беренселәр алда уларҙы ниндәй оло юл көткәнен, белем үрҙәрен яуларға тура киләсәген әлегә аңлап та етмәйҙер.
Уларҙы оло юлға әйҙәгән XI класс уҡыусыларының йөҙөндә етдилек һәм тулҡынланыу сағыла, сөнки улар был уҡыу йылының тормоштарында үтә яуаплы һәм хәл иткес икәнен, имтихандар биреп, мәктәп менән хушлашасаҡтарын аңлай.
Аҡъяр ауылындағы 2-се урта белем биреү мәктәбендә уҙған тантанала Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм Рәсәйҙең VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Депутат уҡытыусыларға - тырыш уҡыусылар тура килеүен, ә уҡыусыларға белем алыуҙың еңел бирелеүен һәм өлкәндәргә хөрмәт менән ҡарауҙарын теләне.