Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2021, 13:30

“Яңы белем” яңы үрҙәргә әйҙәй

Рәсәйҙә 1–3 сентябрь көндәре II “Яңы белем” тигән федераль мәғрифәт марафоны ойошторола.

“Яңы белем” яңы үрҙәргә әйҙәй“Яңы белем” яңы үрҙәргә әйҙәй
“Яңы белем” яңы үрҙәргә әйҙәй

Рәсәйҙә 1–3 сентябрь көндәре II “Яңы белем” тигән федераль мәғрифәт марафоны ойошторола.

Сарала ғалимдар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары, спортсылар, эшҡыуарҙар ҡатнаша. Рәсәй спикерҙары, сит ил ҡунаҡтары лекциялар уҡыясаҡ, семинарҙар үткәрәсәк. Мәҫәлән, Дмитрий Чернышенко, Сергей Лавров, Константин Хабенский, Тимати.

Марафон барышында семинарҙар, видеоэкскурсиялар уҙғарыла, музейҙарҙа, театрҙарҙа, офистарҙа сығыштар көтөлә. Йәмәғәт дискуссияларында ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар ҙа ҡатнашасаҡ.

Форумдың төп майҙансыҡтары итеп алты ҡала һайланған: Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Владивосток, Сочи. Майҙансыҡтарҙың исеме - “Белем”, “Спорт”, “Бизнес”, “Тарих һәм мәҙәниәт” һәм башҡалар.

Ойоштороусылар, сарала мәктәп уҡыусылары һәм студенттар әүҙем ҡатнашһын ине, тип теләк белдерҙе.

Фото:  s19014.edu35.ru

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас