Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2021, 18:00

Яңыртылған Совет майҙанында - тәүге вальс

3-сө гимназия уҡыусылары тарафынан Өфөнөң төп майҙансыҡтарының береһендә күркәм йолаға нигеҙ һалынды.

Яңыртылған Совет майҙанында - тәүге вальсЯңыртылған Совет майҙанында - тәүге вальс
Яңыртылған Совет майҙанында - тәүге вальс

Бөгөн Өфөнөң 128 мәктәп, гимназия һәм лицейында тантаналы линейкалар үтте. 130 меңдән ашыу уҡыусы парталар артына ултырҙы. Был былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда өс меңгә күберәк.

Тәүге ҡыңғырау тауышы 15 мең бала өсөн яңғыраны. Мәҫәлән, 3-сө гимназияның беренсе класс уҡыусыларына арналған тантана яңыртылған Совет майҙанында булды.
Белем көнөнә бағышланған линейкалар мәктәптәрҙә төрлө ваҡытта, башлыса саф һауала үткәрелде. Ата-әсәләргә һаҡланыу сараларын ҡулланған нәүбәттә генә сараға инергә рөхсәт ителде.

Уҡыу йорттарында ковидҡа ҡаршы хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде: социаль арауыҡ, көн һайын иртән фильтр үткәреү, температураны үлсәү. Бер кабинетта ултырып уҡыу тәртибе тергеҙелде, дезинфекция саралары, ковидҡа ҡаршы инспекторҙар ҙа ҡайтарылды.

Хроник сирҙәре булған балаларҙың ата-әсәһе уларҙың ауырыуҙы йоҡтороуынан ҡурҡһа, ғариза яҙып, уҡыу йылының башында ике-өс аҙнаға дистанцияла уҡытырға ҡалдыра ала. Бындай уҡыусыларға класта барған дәрестәрҙе онлайн тәртиптә тыңлау форсаты бар.

Бөгөнгө байрам тантанаһында 3-сө гимназия уҡыусылары яңыртылған Совет майҙанында тәүге вальсҡа төштө. Ошо рәүешле Өфөнөң төп майҙансыҡтарының береһендә күркәм йолаға нигеҙ һалынды.

Гимназияға беренсе класҡа килгәндәрҙе Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов ҡотланы.

А.М. Горький исемендәге 3-сө гимназияла яңы уҡыу йылында ете 1-се класс буласаҡ. Тотош Киров районын алғанда, парта артына тәүге тапҡыр 2506 бала ултырҙы. Тантаналы линейкалар бар мәктәптәрҙә лә үтте.

Фотолар Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас