Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2021, 08:30

Аленала – алтын миҙал!

Бала сағында түңәрәккә йөрөгәнендә уның тегеү эшенә һәләттәрен уҡытыусыһы Зөлфиә Камил ҡыҙы тиҙ тойған.

Аленала – алтын миҙал!Аленала – алтын миҙал!
Аленала – алтын миҙал!

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында яҡташтарыбыҙҙың һынатмауы тураһында даими хәбәр еткереп торабыҙ. Мәҫәлән, Алена Волостнова, “Мода технологияһы” компетенцияһында алтын миҙал алып, шатлыҡлы мәлдәрен кисерҙе.

– Тегеүгә һәләтемде күреп-шәйләп, атай-әсәйем мине ошо йүнәлештәге түңәрәккә йөрөттө, – тп һөйләй Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән Алена Волостнова. – Миңә унда ныҡ оҡшай торғайны, түңәрәк булған көндәрҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алдым. Әхирәттәрем менән тегеү серҙәренә төшөндөк.

16 йәшлек Алена Волостнова һөйләүенсә, түңәрәктә уның һәләттәрен уҡытыусыһы Зөлфиә Камил ҡыҙы тиҙ тойған. Артабан WorldSkills ярыштарында ҡатнаштырыу өсөн йәш ҡыҙ менән Лилиә Ҡасимғолова етди шөғөлләнгән.

Алена Волостнова һөйөнөсөн йәшермәне, бындай ярыштарҙың ҡыҙ һәм егеттәрҙе һәр йәһәттән дә үҫтереү өсөн кәрәклеген билдәләне.

 

Фото: "Башинформ".

 

 #НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас