Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2021, 10:30

БДИ-ны 100 балға тапшырғандарҙың хоҡуҡтары яҡланасаҡ

“Әҙерләнмәгән, яҡшы балдарға яҙмаған һәм бюджет урындарына уҡырға инә алмаған кешеләр генә БДИ-ны ғәҙел түгел тип әйтә ала", - ти Гөлназ Ишемғужина.

БДИ-ны 100 балға тапшырғандарҙың хоҡуҡтары яҡланасаҡБДИ-ны 100 балға тапшырғандарҙың хоҡуҡтары яҡланасаҡ
БДИ-ны 100 балға тапшырғандарҙың хоҡуҡтары яҡланасаҡ

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға тапшырғандар һәм олимпиадалар еңеүселәре юғары уҡыу йорттары буйынса “билдәләү карталары” аша күҙәтелеп барасаҡ. Бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ, ул ни бары илдә, шулай уҡ һәр төбәктә айырым БДИ һөҙөмтәләре сағылған дөйөм картина булһын өсөн кәрәк. Ошо рәүешле сығарылыш класс уҡыусыларының хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәҡдим итә “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева.

Быйыл Башҡортостанда 104 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарынан иң юғары балға өлгәште. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, төбәктә беҙҙең сығарылыш уҡыусыларына булышлыҡ ҡылыу өсөн быға тиклем булмаған саралар ҡабул ителә. Уларҙың береһе – Башҡортостан Башлығының йыл һайын бер тапҡыр бирелә торған премияһы.

“Ул донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы булған республика юғары уҡыу йорттарына ингән йөҙ баллыларға түләнә. Күләме – 150 мең һум. 2021 йылда ошондай 30-ҙан ашыу бала бар. Бынан тыш, беҙҙә, былтырғы менән сағыштырғанда, бюджет урындары ике меңгә артты”, – ти Айбулат Хажин.

Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙә 100 балл йыйған уҡыусылар күбәйә. Бындай һөҙөмтәнең белем биреү сифаты артыуы тураһында һөйләүе менән бер рәттән, йәмғиәттә уның дөрөҫлөгөнә шикләнгәндәр ҙә осрай.

"Үҙҙәренең ҙур хеҙмәте менән ошондай һөҙөмтәгә өлгәшкән балаларға күләгә төшөүенә юл ҡуйырға ярамай. Әгәр ҡайҙалыр БДИ һөҙөмтәләре менән манипуляциялар бар икән, тикшереү тәү сиратта яуаплы кешеләргә ҡарата булырға тейеш", – ти Елена Шмелева, әлеге картаның идеяһын аңлатып.

“Әҙерләнмәгән, яҡшы балдарға яҙмаған һәм бюджет урындарына уҡырға инә алмаған кешеләр генә БДИ-ны ғәҙел түгел тип әйтә ала. Йөҙ балл йыйғандарҙың хеҙмәтен юҡҡа сығарыу - бик сәйер күренеш, әлбиттә. БДИ – лотерея, тип әйткәндәр ҙә бар. Ул саҡта һәр материал бәхетле билет булырлыҡ итеп әҙерләнергә кәрәк", – ти ике тапҡыр 100 балл йыйған ҡыҙ - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған Гөлназ Ишемғужина.

Юғары балдар Гөлназға Мәскәү, Ҡазан һәм Өфөнөң иң абруйлы уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге бирә. Әммә ул Башҡортостан дәүләт медицина университетын һайлаған.

"Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең юғары уҡыу йортона барыуыма 150 меңлек премия булышлыҡ итмәне. Ҡайҙа булһа ла уҡырға ла, уҡымаҫҡа ла мөмкин, барыһы ла кешенең үҙенән тора. Яҡшы белгес булыу өсөн конкурентлыҡҡа һәләтлелек, хеҙмәт һөйөү кәрәк, юғары уҡыу йорто ла беҙҙең менән бергә үҫешергә тейеш. Ә аҡсаны үҙемдең үҫешемә тотонасаҡмын", – ти Гөлназ.

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас