Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2021, 06:30

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп ниңә асылманы?

"Уңайһыҙ хәлдә ҡалдыҡ, әммә белем усағы барыбер төҙөлөп бөтәсәк. Халыҡ менән аралашҡанда үҙ-ара аңлашыуға өлгәшелде", - тине район хакимиәте башлығы.

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп ниңә асылманы?Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп ниңә асылманы?
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп ниңә асылманы?

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, бында 375 урынлыҡ өр-яңы заманса мәктәп барлыҡҡа килергә тейеш ине. Дүрт ҡатлы яңы бина элекке белем усағы урынында ҡалҡып сыға, тип көткәйне халыҡ. Проект буйынса унда, класс кабинеттарынын тыш, спорт залы, ашхана һәм ярҙамсы бүлмәләр, ҙур тамаша залы һәм модулле ҡаҙанлыҡ урынлашасаҡ, тиелгәйне. Ял зонаһында хәрәкәтле уйындар өсөн - өс, ял итеүгә ике майҙансыҡ ҡаралғайны. Физкультура-спорт зонаһында баскетбол, волейбол, футбол майҙансыҡтары төҙөләсәк, тип тә ышандырғайны төҙөүселәр...

Әммә ауыл халҡының өмөттәре аҡланманы. Төҙөлөштөң ни өсөн туҡтауы сәбәптәрен ауыл халҡы менән күҙмә-күҙ ҡарашып асыҡлау маҡсатында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм уның урынбаҫарҙары Иҫке Сибай ауылында осрашыу үткәрҙе. Был хаҡта район башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгесә хәбәр итә:

"Тыуған еребеҙҙә социаль объекттар ҡалҡып сығыуы - бөтәбеҙ өсөн дә оло ғорурлыҡ. Иҫке Сибай мәктәбенә нигеҙ һалына башлауы ла ауыл ғына түгел, ә тотош район өсөн ҙур ҡыуаныс булғайны. Үкенескә ҡаршы, яңы уҡыу йорто беҙҙең пландағыса Белем көнөндә үҙ ишектәрен аса алманы. Ошо мәсьәлә һәм ауылдың башҡа проблемалары, кешеләрҙең уй-хыялдары тураһында һөйләшеү өсөн беҙ 31 августа Иҫке Сибайҙа осрашыу ойошторҙоҡ. Халыҡ яңы мәктәптең төҙөлөшө туҡталып ҡалыуына үҙенең ғәҙел ризаһыҙлығын белдерҙе.

Эш нимәлә һуң? Төҙөлөш схемаларының төбөнә төшмәй, шундай әһәмиәтле бина һалыуҙы үҙ өҫтөнә алған “Империя” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (Өфө ҡалаһынан) үҙ эшенә илке-һалҡы һәм намыҫһыҙ ҡарағаны өсөн килеп сыҡты бар бәлә. Бинаның нигеҙе ҡоролоп, төҙөлөш гөрләп башланып киткәндәй булғайны ла бит. Тик “Империя” тиҙҙән үҙенә Сибай ҡалаһынан “Ремстройцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен субподрядсы итеп ялланы. Артабан улар менән тейешле кимәлдә иҫәпләшмәүе, төҙөлөш материалдары килмәүе, эш хаҡы түләнмәүе сәбәпле төҙөлөш туҡтап ҡалды. Ниндәй генә объект төҙөлһә лә, уның генераль подрядсыһы билдәләнә һәм ул үҙ өҫтөнә бар яуаплылыҡты ала. Был закон буйынса шулай.

Шуға күрә “Империя” йәмғиәте менән контракт өҙөлдө һәм әлеге ваҡытта Иҫке Сибай мәктәбен төҙөүҙе дауам итеү өсөн яңы генераль подрядсыны билдәләүгә тейешле документтар әҙерләнә. Мәктәп барыбер төҙөләсәк! Һәм тейешле эштәр октябрь айында башланасаҡ.

Осрашыуға йыйылған Иҫке Сибай халҡы барыһын да аңлап ҡабул итте. Сөнки яңы мәктәп көтөп төңөлгән ата-әсәләр 2 сентябрҙә, ризаһыҙлыҡ белдереп, төҙөлә башлаған бина янында йыйылырға әҙер ине. Уларға осрашыуҙа: “Беҙ барыһын да аңланыҡ. Яңы мәктәптең барыбер төҙөлөп бөтәсәгенә ышандыҡ. Шуға күрә беҙҙең тарафтан бер ниндәй ризаһыҙлыҡ йыйындары булмаясаҡ”, - тип белдергәндәре, аңлауҙары һәм сабырлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Беҙҙең шундай ауыр хәлгә ҡалыуыбыҙҙы насар ниәттә файҙаланырға маташҡан бәғзе бер төркөмдәрҙең намыҫһыҙлығын да һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Улар, киң мәғлүмәт сараларын саҡырып, кешеләрҙе урындағы етәкселеккә, бер-береһенә ҡаршы һөсләтергә әҙерлеген күрһәтте. Ләкин беҙҙең халыҡтың аҡылы еңде, шуға күрә кешеләрҙе ҡаңғыртып, башын бутап, үҙенә арзан дан-шөһрәт алырға теләгәндәрҙең ҡара эше бойомға ашмаясаҡ! Бер ниндәй ризаһыҙлыҡ йыйындары булмаясаҡ! Быны Иҫке Сибай кешеләре үҙҙәре белдерҙе. Тыуған еребеҙҙәге проблемаларҙы беҙ һәр саҡтағыса халыҡ менән осрашып, йыйылып, бергә-бергә, теләһә ниндәй болғаҡтарһыҙ, үҙебеҙ генә хәл итәсәкбеҙ.

Әлеге ваҡытта Иҫке Сибайҙың яңы микрорайонына һәм газ үтмәгән урамдарына зәңгәр яғыулыҡ һуҙыу буйынса проект эштәре башланды. Яңы күпер төҙөлә. Уны ла быйыл сафҡа тапшырасаҡбыҙ. Бынан тыш, юлдарға ҡырсынташ түшәү, балаларҙы Хәсән ауылынан Йәнйегет мәктәбенә уҡыуға ташыуҙы ойоштороу, төҙөлә башлаған мәктәпте һаҡлау, яңы микрорайонды яҡтыртыу һ.б. мәсьәләләр контролгә алынды. Тимәк, тормош дауам итә. Ә Иҫке Сибай халҡының мәктәп төҙөлөшөн күҙәтеү өсөн йәмәғәт контроле булдырырға ҡарар итеүе менән тулыһынса ризалашам. Сөнки мәктәп беҙҙең тыуған еребеҙҙә, беҙҙең балалар өсөн төҙөлә".

 

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас