Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2021, 12:30

Тимергә ғашиҡ Нургиҙәр

Теш табибы булырға теләүсе Бөрйән егете стоматология ҡоралдары менән бәләкәй сағынан яҡшы таныш.

Тимергә ғашиҡ НургиҙәрТимергә ғашиҡ Нургиҙәр
Тимергә ғашиҡ Нургиҙәр

IX "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында Бөрйән районының Тимер ауылынан Нургиҙәр Ҡолдобаев “Ортопедик стоматология” компетенцияһында 1-се урынды алды. 

– Беҙҙең нәҫелдә тормошон медицина тармағына арнаған бер кем дә юҡ, – тип һөйләй егет. – Әсәйем дә, мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ә мин ни өсөндөр химия һәм биология фәндәрен яраттым, ошо дәрестәр ныҡ еңел бирелде.

Нургиҙәрҙең еҙнәһе Белорет ҡалаһындағы стоматология клиникаһында эшләй икән. Малай уның янында йыш булған һәм шул осорҙа медицинаға тартыла башлаған. Теш һурыу, төҙәтеү һәм яһау кеүек серле тимер эш ҡоралдары менән шунан бирле яҡшы таныш. Тимер яратыуын да йәшермәне.

Алтын миҙал алыусы Нургиҙәр Ҡолдобаевты милли беренселек финалына уҡытыусыһы Роман Ситдиҡов әҙерләгән. Егеттең өйрәтеүсеһенә рәхмәте сикһеҙ.

Нургиҙәр Ҡолдобаев киләсәктә Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инергә теләй.

 

Фото: "Башинформ".

 

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас