

Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан, бер нисә йыл элек кенә асылған 5-се мәктәптә Белем көнө бик күңелле, матур үтте. Уҡыусыларҙы байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев килде.
Белем усағы директоры Фәнил Йылҡыбаев белдереүенсә, 2020/21 уҡыу йылында мәктәпкә 14,5 миллион һум аҡса бүленгән. Был суммаға уҡыу кабинеттары тулыһынса йыһазландырылған. Быйылдан балаларҙың һәләттәрен үҫтереү маҡсатында төрлө түңәрәктәр, секциялар эшләй башлаясаҡ.
Был биҫтәлә күпселек йәш ғаиләләр йәшәүен иҫәпкә алғанда, йыл һайын мәктәпкә килергә теләк белдереүселәр һаны арта, мәғариф учреждениеһында улар өсөн бөтә шарттарҙы булдырырға тырышалар.
Мәктәп уҡыусылары араһында “5-се мәктәптә – тик “бишле” билдәһенә!” тигән девиз йәшәй. Тәүге тапҡыр парта артына ултырған 50 ҡыҙ һәм малай ҙа “бишле”гә генә уҡырға һүҙ бирҙе.
- Кәримә УСМАНОВА.