Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2021, 03:46

“Белем” яңы үрҙәргә әйҙәй!

Өфө ҡалаһы янында мәктәп асылды.

Башҡортостан Башлығы сайтынанБашҡортостан Башлығы сайтынан
Фото:Башҡортостан Башлығы сайтынан

1 сентябрҙә Өфө районының Зубов ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Белем” мәғариф үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Уҡыу йылы башланыуға арналған тантанала республика етәксеһе уҡыусыларға уңыштар теләне.

– Матур йолаға ярашлы, 1 сентябрҙә беҙ яңы мәктәптәрҙе файҙаланыуға тапшырабыҙ. Бөгөн был матур мәғариф үҙәген асабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был көндә тәү сиратта мәктәп уҡыусыларын ҡотлайым, уңыштар теләйем. Һеҙ белем алып ҡына ҡалмағыҙ, спорт, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә лә үҫешегеҙ. Уҡытыусыларға ла рәхмәт. Тап һеҙҙең иңдәргә төп бурыс – үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эше – ята.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, уҡыу йылы әле һаман дауам иткән коронавирус пандемияһы шарттарында башлана. Шуға күрә сәләмәтлегеңде хәстәрләргә, санитар талаптарҙы үтәргә кәрәк.

Бынан һуң Радий Хәбиров белем биреү үҙәге менән танышты. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проекты буйынса төҙөлгән. Бында 640 урынлыҡ мәктәп менән 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы берләшкән.

Заманса уҡыу бүлмәләренән тыш, яңы мәктәптә мобиль компьютер кластары, сит ил телдәрен өйрәнеү өсөн – лингафон, лабораториялары булған химия һәм биология кабинеттары, 216 урынлыҡ ашхана, 110 урынлыҡ тамаша, спорт һәм гимнастика залдары, уҡыу залы һәм медиатекаһы булған китапхана, лекциялар һәм интерактив уҡыу залы, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым оҫтаханалар бар. Уларҙа балта эше, слесарь, ашнаҡсы, тегенсе һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәнергә була. Шулай уҡ робот техникаһы лабораторияһы булған инженер-технология йүнәлешле 3D-моделләү һәм прототиплау кабинеттары эшләйәсәк.

Мәктәп директоры Павел Деркач белдереүенсә, башланғыс кластар уҡыусыларының айырым сығып-инеү ишектәре бар. Коронавирус пандемияһы осоронда был уҡыусылар ағымын бүлеү мөмкинлеген бирә. Башланғыс кластар блогы заманса ҡорамалдар, балалар өсөн уйынсыҡтар, уҡыу һәм тәрбиә өсөн тәғәйен әйберҙәр менән йыһаз­лан­дырылған. Кәрәк булһа, балалар менән логопед шөғөлләнә.

Үҙәкте йыһазландырыу тураһында һөйләп, Павел Деркач: “Республика ҡорамалдар өсөн аҡса бүлде, ә нимә алырға кәрәклеген мәктәп үҙе хәл итте”, – тине. Был, мәҫәлән, технология кабинетына заманса ЧПУ станоктары ҡуйыу, химия лабораторияһы һәм компьютер кластарын йыһазландырыу мөмкинлеген биргән.

Радий Хәбиров мәктәп ашханаһында булды, яңы аҙыҡ-түлек блогын ҡараны һәм хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Бында ризыҡ әҙерләү өсөн аҙыҡ-түлекте башлыса республика етештереүселә­ренән алырға тырышалар. Төбәк етәк­сеһе белдереүенсә, мәктәп туҡланыуы сифатын күтәреү өсөн Башҡортостанда башланғыс класс уҡыусылары һәм ташламаларға хоҡуғы булған балалар өсөн өҫтәмә аҡса бүлергә ҡарар иткәндәр. Был маҡсатта төбәк бюджетынан быйыл 13 миллион һум, ә киләһе йылда 35 миллион һум аҡса йүнәл­теләсәк.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына быйыл үҙәктә “Юғарыға ос!” проекты сиктәрендә стоматология кабинеты асырға ҡушты.

Уҡытыусылар менән аралашып, Радий Фәрит улы уларға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың педагогтарҙың эш хаҡын күтәреү буйынса йөкләмә ҡуйыуын әйтте. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, Башҡорт­останда уҡытыусыларҙың эш хаҡы 2022 йылдан артасаҡ.

– Бында килгән саҡта Өфө районы биләмәһенең бик йылдам үҫешеүен күрҙем. Шәхси һәм күп фатирлы йорттар арта. Беҙҙең бурыс – уларҙа социаль объекттар төҙөү, – тине Радий Хәбиров. – Белем биреү үҙәге миңә бик оҡшаны. Бында ошондай тағы бер мәктәп буласаҡ. Уға ихтыяж бар. Был үҙәк 640 урынға иҫәпләнгән, ә бөгөн уҡырға 950 бала килгән. Шулай булғас, артабан төҙөйәсәкбеҙ.

 

- Ә. ӘЙҮПОВА.

Читайте нас