

Белем көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районындағы 159-сы белем биреү үҙәгендә һәм Ленин районындағы 1-се лицейҙа ла булды. Төбәк етәксеһе байрам тантаналарында ҡатнашты, уҡыусыларҙы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.
Сипайлово биҫтәһендәге 159-сы белем биреү үҙәген 2010 йылда төҙөгәндәр. Ул мәктәп менән балалар баҡсаһын берләштерә, бында, дөйөм алғанда, 1870 бала шөғөлләнә. Мәктәп уҡыусылары тотороҡло рәүештә предмет олимпиадаларында, БДИ-ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
– Бөгөн беҙҙең республикала ярты миллион самаһы бала мәктәптәргә барҙы. Барығыҙҙы ла Белем көнө менән тәбрикләйем. Уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуын, яңы белем алыуын, гел алға барыуын, үҙ киләсәген хәстәрләүен теләйем, – тине Радий Хәбиров. – Эпидемиологик хәл ҡайһы бер сикләүҙәр менән булһа ла, мәктәптәрҙә ҡәҙимге эш тәртибенә ҡайтыу мөмкинлеген бирҙе. Элекке кеүек үк санитар нормаларҙы үтәргә, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡларға кәрәк.
Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларға намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. Ул Сипайлово биҫтәһен үҫтереү пландары менән дә уртаҡлашты.
– Быйыл “Ҡашҡаҙан” паркында төп эштәрҙе тамамлайбыҙ, “Ҡоштар” скверын төҙөп бөтөрәбеҙ, ихаталарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, Ҡариҙел йылғаһы ярын проектлай башлайбыҙ. Биҫтәлә йәшәү, эшләү, спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бында ике балалар баҡсаһы төҙөнөк, өсөнсөһөн файҙаланыуға тапшырабыҙ. Планда – яңы мәктәп һәм ҙур заманса поликлиника һалыу.
Белем биреү үҙәгендә республика етәксеһе уҡыу бүлмәләрендә булды, стоматология кабинетын ҡараны, туҡланыуҙы ойоштороу кимәлен баһаланы һәм педагогик коллектив менән аралашты. Уҡытыусылар уға мәктәптә тормошҡа ашырылған яңы белем биреү технологиялары, ижади башланғыстар – электрон белем биреү, технопарк, мәктәп медиастудияһы, шулай уҡ эстрада вокалы, заман һәм халыҡ бейеүҙәре студияһы, арт-класс, КВН тураһында һөйләне.
Былтыр 1122 бала уҡыған 1-се Өфө лицейы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Уны тамамлаған билдәле кешеләр араһында “ДДТ” төркөмө лидеры Юрий Шевчук, Рус дәүләт академия драма театры артисы Татьяна Афанасьева, ғалим Морат Кейекбаев, вице-адмирал, Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты баш командующийы урынбаҫары Игорь Мөхәмәтшин бар.
Өс йыл элек, Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына тип, төҙөүселәр был уҡыу йортон яңыртыуҙы тамамланы. Яңы дүрт ҡатлы корпус төҙөлдө, булған биш ҡатлыһы ремонтланды, тирә-яҡ биләмә төҙөкләндерелде.
– Бөгөн тәү сиратта беренсе класс уҡыусылары өсөн ҙур байрам. Уларҙың барыһына ла һәйбәт уҡыуҙарын теләйем. Ауырымаһындар, ҙур илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫһендәр, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең мәктәптең матур йолалары, бай тарихы бар. Бар күңелен, һаулығын, көсөн балалар тәрбиәләүгә биргән уҡытыусыларға айырым ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Тантаналы линейканан һуң Башҡортостан Башлығы лицей эшмәкәрлеге менән танышты. Директор Елена Веревкина белдереүенсә, уҡыусыларға иртә һөнәри йүнәлеш биреү өсөн мәктәптә Заманса уҡытыу технологияларына ярҙам итеү фонды менән берлектә ӨДНТУ ҡарамағында “Мәктәп-вуз” системаһы булдырғандар.
Лицейҙа 315 урынлыҡ тамаша залы, ике спорт залы, баскетбол һәм волейбол уйнау өсөн үҙенсәлекле спорт майҙансығы, балалар уйын майҙансығы, 400 урынлыҡ ашхана, китапхана, медицина блогы бар. Бөтә бүлмәләр ҙә программа-аппарат комплексы менән йыһазландырылған, унда интерактив таҡта, мультимедиа проекторы инә.
Радий Хәбиров технология кабинетын һәм башланғыс кластар блогын ҡараны. Ул бында беренсе класс уҡыусылары менән аралашты. Спорт залында “Юғарыға ос!” республика программаһына ярашлы өҫтәмә һөнәр алған уҡыусылар бейеү оҫталығын күрһәтте.
Радий Хәбиров шулай уҡ мәктәптең стоматология кабинетында булды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш балалар стоматологы, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының баш табибы Римма Ғәниева Радий Фәрит улына Башҡортостан мәктәптәрендә ошондай кабинеттар асыу башланғысы өсөн рәхмәт әйтте. “Юғарыға ос!” проекты нигеҙендә улар әле 68 мәктәптә бар, ә 2024 йылға тиклем йәнә 57 белем усағында эшләйәсәктәр. 2020 йылда ғына яңы стоматология кабинеттарында 64 меңдән ашыу баланы дауалағандар.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь КОМАРОВ:
– Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар!
Һеҙҙе ысын күңелдән Белем көнө менән ҡотлайым. 1 сентябрь байрамы бәхетле хәтирәләр һәм ҡыуаныслы өмөт менән тулы. Уҡыу йылдары – һәр беребеҙ өсөн иң мауыҡтырғыс һәм сағыу осор булып хәтерҙә ҡала.
Донъя бик тиҙ үҙгәрә, үҫешә һәм беҙгә даими уҡырға һәм һөнәри оҫталыҡты камиллаштырырға кәрәк. Белем – уңышлы тормош һәм карьераның мөһим һәм ышаныслы нигеҙе.
Тәү сиратта беренсе класс уҡыусыларын ҡотлағым килә, сөнки һеҙҙең өсөн бөгөн беренсе ҡыңғырау яңғырай. Алда – ҡыҙыҡлы осор, яңы дуҫтар, яңы белемдәр, уңыштар һәм асыштар.
Һеҙҙең, балалар, үҙ көсөгөҙгә ышаныс һәм дәрт менән донъяны өйрәнеүегеҙҙе теләйем. Волга буйы федераль округына һәм беҙҙең барлыҡ ҙур илебеҙгә һөҙөмтәле эшләргә һәм үҙҙәренең хыялдарын тормошҡа ашырырға теләгән кешеләр кәрәк.
Уҡытыусыларға айырым рәхмәт. Үткән ҡатмарлы уҡыу йылында һеҙгә ауыр булды, әммә тап һеҙҙең профессионализмығыҙ, тәжрибәгеҙ, ихласлығығыҙ белем биреү системаһына йәшәү һәм үҫешеү мөмкинлеген бирҙе.
Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм яҡшы кәйеф теләйем! Быйылғы уҡыу йылы күп сағыу ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы шөғөлдәр һәм яңы уңыштар килтерһен!
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.