

Өфөлә 130 меңдән ашыу уҡыусы парта артына ултырҙы. Был былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда өс меңгә күберәк. Тәүге ҡыңғырау тауышы 15 мең бала өсөн яңғыраны.
Байрам тантанаһында 3-сө гимназия уҡыусылары яңыртылған Совет майҙанында тәүге вальсҡа төштө. Ошо рәүешле Өфөнөң төп майҙансыҡтарының береһендә күркәм йолаға нигеҙ һалынды.
Гимназияға беренсе класҡа килгәндәрҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов ҡотланы.
А.М. Горький исемендәге 3-сө гимназияла яңы уҡыу йылында ете 1-се класс буласаҡ. Тотош Киров районын алғанда, парта артына тәүге тапҡыр 2506 бала ултырҙы.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.