

Йәш-елкенсәк менән ниндәй генә темаға һөйләшһәң дә, ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та, хыялдар байлығы, хистәр муллығы, хатта аҙыраҡ дыуамаллығы менән дә үҙенә тарта улар. Ҡайһы саҡ фекер айырмалыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, йәштәр менән аралашыуҙан үҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асып ҡыуанаһың. Ҡайһы саҡ үҙ һүҙле, үтә белдекле булып ҡыланһалар ҙа, ғәфү итәһең, сөнки был юлды ҡасандыр һиңә лә үтергә тура килгән бит, өлкәнәйә төшкәс кенә, аҙымыңды һағыраҡ баҫырға, хис-тойғоно ары ҡуйып, аҡыл менән эш итергә тырышаһың. Аҡыл эйәләренең һүҙе хаҡ: “Йәш саҡта Урал тауы ла убалай, кешеләр ҙә ҡырмыҫҡалай ғына...” Минеңсә, хәҙерге йәштәр күпкә хәрәкәтсәнерәк, яңылыҡҡа ынтылыусан, шул уҡ ваҡытта тормоштоң ҡәҙерен белеп, үҙ заманының лайыҡлы ул-ҡыҙы булып йәшәргә тырышыусан.
Үҙемде уратып алған йәштәргә, урамда осраған ҡурсаҡтай матур, килешле биҙәнгән-төҙәнгән һылыуҙарға, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған таланттарға, БДИ имтихандарын йөҙ балға тапшырған уҡыусыларға, һәләттәре менән донъяға билдәле спортсыларға, шаян һәм тапҡыр үҫмерҙәргә һоҡланыу һәм ихтирам менән ҡарайым, сөнки улар беҙҙең иртәгәне билдәләйәсәк.
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ кәрәкле, мөһим һөнәр эйәһе – физика уҡытыусыһы Гөлкәй Байморатова – бына шундай ышаныс уятҡан, алдынғы йәштәребеҙҙең береһе. Ул Өфөләге 25-се белем биреү үҙәгендә эшләй. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан йәш белгестең ниндәй уй-ниәттәр менән эш башлауын белгебеҙ, хәҙерге мәктәп тормошона ситтән тороп булһа ла күҙ һалғыбыҙ килә.
– Гөлкәй Урал ҡыҙы, хәҙерге заманда айырыуса ҡыҙҙарҙы ылыҡтырырлыҡ төрлө-төрлө яңы һөнәрҙәр туп-тулы. Сит ерҙәрҙе күреү, сәйәхәт итеү теләге менән янған йәштәрҙең республиканан ситтә лә бәхеттәрен эҙләп табыуын беләбеҙ, үҙеңде асыу өсөн мөмкинлектәр ифрат күп...
– “Ни өсөн ауыр ҙа, яуаплы ла уҡытыусы һөнәрен һайланың, Гөлкәй?” тип әйтмәксеһегеҙ инде. Был һорауҙы үҙемә лә ҡат-ҡат биргәнем булды, сөнки уның үтә етди һөнәр икәнен, бөтә ваҡытыңды тулыһынса “йотасағын”, тормошоңдо үҙенә буйһондорасағын белеп-күреп үҫтем.
Мин – уҡытыусылар ғаиләһенән. Атайым Урал Ғәҙелша улы – география фәненән, әсәйем Рәмзиә Әхмәтша ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Өйҙә лә шул уҡ “мәктәп мөхите” дауам итә, иртән бергәләп сығып китәбеҙ ҙә кис йәнә бергәләп дәрестәр әҙерләүгә тотонабыҙ. Ситтән ҡарағанда ғына һәр яңы уҡыу йылы гел бер төрлө, ятланып бөткән бер үк темалары, контроль эштәре, уҡытыу программалары менән үткәндәй тойола. Һис кенә лә улай түгел, бер уҡыу йылы ла алдағыһын ҡабатламай.
Уҡытыусының эше, һеҙҙең журналистар һөнәре кеүек үк, гел генә өйгә эйәреп ҡайта. Ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәр тикшер, иртәгәге дәрестәргә яҡшылап әҙерлән. Хеҙмәтебеҙ дәрт-дарман, ижади һәм яңы идеялы ҡараш талап итә. Мин быны бәләкәйҙән атай-әсәйем өлгөһөндә аңлап үҫтем. Әсәйемдең әүҙемлеге, төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнашыуы, уҡыусыларҙы конкурстарға әҙерләүе, башҡорт халыҡ йолаларын сәхнәләштереүе әле лә күҙ алдымда.
Мин элек-электән атайымдың туғандары араһында уҡытыусы һөнәрен ғүмерлеккә һайлағандарҙың күплегенә хайран ҡалып, эстән генә ғорурлана торғайным. Инәйем һәм апайым – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Олатайым физика һәм математиканан уҡытҡан, бәлки, был “сир” тап унан йоҡҡандыр... Ә ҡартатайым (олатайымдың атаһы) биологиянан балаларға белем биргән. Бына ошо уҡытыусылар династияһының эшен миңә бар күңелемде һалып, лайыҡлы дауам итергә кәрәк. Улай ғына ла түгел, үҙемде уҡытҡан Йылайыр гимназияһы коллективының ышанысын аҡлайһы ине, бар остаздарыма ла ихтирамым ифрат ҙур.
– Икеләнгән, уйҙарығыҙ төрлө яҡҡа тартылған, төплө генә ҡарарға килә алмаған саҡтарығыҙ булғылаймы?
– Әлбиттә, тормош тәжрибәң етеңкерәмәгәндә була торған хәл инде ул. Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетында уҡығанда мәктәптә практика үтеү осоронда уҡытыусы эше күңелгә ятмағандай тойолдо. Уҡыуҙы тамамлағас, хеҙмәт хаҡының ни бары 13 мең һум тирәһе икәнлеген белгәс, бөтөнләй күңел төштө. Бүлмә өсөн алты мең һум түләргә кәрәк. Артабан нисек йәшәргә? Һатыусы булып эш башларға ҡарар иттем, тик байтаҡҡа мулыраҡ түләһәләр ҙә, һис тә күңелгә ятманы. Бер йылдан һуң университеттың физика-математика магистратураһына уҡырға инеп, яңы эш башланым.
Йәшерен-батырын түгел, йәш уҡытыусыларҙың эш хаҡы түбән, әгәр ятаҡҡа урынлашмаһам, матди яҡтан бик ауырға тура килер ине. Физика уҡытыусыһы булып бер аҙ эшләгәндән һуң, Өфөнөң Ленин районында үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, йәштәр араһында беренсе урынды алдым. Был еңеү тормошомдо үҙгәртте – Өфөләге 25-се белем биреү үҙәге директорының уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр.
– Һеҙ күптәрҙе борсоған мәсьәләне күтәрҙегеҙ – мәктәптәрҙә кадрҙар проблемаһы. Йәш белгестәр мәктәптәргә уҡытырға барһын өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк? Йәштәр күҙлегенән ҡарағанда...
– Минеңсә, был мәсьәләне хәл итеүҙең юлдары ябай, бары ҙур теләк һәм ихтыяр көсө генә кәрәк. Республикала минималь эш хаҡы – 13 мең һум. Уҡытыусының бер ставкаһы аҙнаһына 18 сәғәт тәшкил итә, әммә уның өсөн һигеҙ мең һум ғына эш хаҡы түләнә, шуға күрә уҡыу йортон тамамлау менән яҡшы йәшәргә, аҡса эшләргә, ата-әсәһенә ярҙам итергә ынтылған йәштәрҙең мәктәпкә барыуға күңеле һүрелә, өҫтәүенә йәшәргә урын булмауы ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Йәш уҡытыусылар өсөн ятаҡтар булдырылһа, һөҙөмтәле социаль программалар эшләһә, һис шикһеҙ, кадрҙар мәсьәләһе аҡрынлап яйға һалыныр, тип уйлайым.
– Донъяның аҫтын-өҫкә килтергән, мәктәп тормошона ла ҙур йоғонто яһаған коронавирус инфекцияһы тураһында һүҙ алып бармау мөмкин түгел. Яңы уҡыу йылы, ғәҙәттәгесә, күңелле, эшлекле шарттарҙа үтһен өсөн уҡытыусынан ниҙәр талап ителә?
– Һүҙҙе үҙемдән башлайым. Мәкерле вирус барыбыҙҙы ла йонсотто, әүәлгесә сир йоҡтороуҙан ҡурҡмай, аралашып, битлектәрҙән ҡотолоп йәшәге килә. Унан ҡотолоу юлы бер генә – вакцина яһатыу икәнлеген аңлап, мин прививка яһаттым, үҙемде сирҙән аралауҙы ғына ҡайғыртмайым, эргәмдәге хеҙмәттәштәремдең сәләмәтлеге өсөн дә борсолам. Иң ҡыйыны – балаларҙың вирусты йоҡтороп, күпләп сирләүе. Тәүҙәрәк ковидтың бәләкәстәрҙе урап үтеүе тураһындағы хәбәр бер ни тиклем тынысландырһа, хәҙер килеп, сир уларҙы ла аямауы, ҡаты сиргә һабыштырыуы башҡа килтереп һуҡҡандай булды.
Эйе, уҡытыусылар – аңлы халыҡ, күбеһе үҙ теләктәре менән вакцина яһатырға өлгөрҙө. Кем әлегәсә эшләтмәгән, икеләнеп йөрөгән, тиҙерәк прививка яһатырға ашығыр, тип уйлайым, сөнки көҙгө осорҙоң киҙеү, һалҡын тейеү менән ҡатмарлашыуы ихтимал. Уҡытыусыларҙың күпләп ауырыуы уҡыу процесын аҡрынайта, белем биреү кимәлен кәметә, шуға күрә һәр береһе, табип менән кәңәшләшеп, вакцина яһатһын ине.
– Коронавирус мәктәп тормошона ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?
– Ғәжәп, әммә ыңғай яғы ла һиҙелде. Пандемияға тиклем беҙҙең өсөн онлайн режимында дәрестәр үткәреү үтә ауыр, ҡатмарлы эш кеүек тойола ине. Мохтажлыҡ килеп тыуғас, йәһәт өйрәндек, бер аҙна эсендә барыһын да үҙләштерҙек. Ошо эшкә яуаплы итеп тәғәйенләгәс, хатта кис, төн тип торманыҡ, бер-беребеҙгә шылтыратышып, техник мәсьәләләрҙе хәл итештек. Дистанцияла уҡытыуҙы яҡшы ойошторһаҡ та, балаларҙың мәктәпте һағыныуын, яратҡан уҡытыусыларын юҡһыныуын тойҙоҡ. “Ҡасан мәктәпкә килергә була?” тип теңкәгә тейҙеләр. Беҙ үҙебеҙ ҙә уларҙы һағындыҡ. Әле мәктәптә бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү өсөн саралар күрелә, уҡыусылар ағымы бер-береһе менән тап килмәһен өсөн айырым урындар бүленгән, термометрия ойошторола, социаль арауыҡ һаҡлана. Бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ тыуҙырған ғәмәлдәргә лә, ҡағиҙәләргә лә күнегелде.
– Мәктәптә йәйгеһен эш юҡ, тиҙәр...
– Ситтән ҡарағанда ғына шулай күренә ул. Июнь айында үткән уҡыу йылына анализ яһалып, эшләп еткерелмәгән бурыстар башҡарыла. Ошо уҡ мәлдә мәктәп лагеры эшләй, имтихандар бара, август етһә, яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерлек башлана.
Хәҙерге заман балалары мәғлүмәт эсендә сумып йәшәй. Йыл һайын яңы технологиялар, өр-яңы йүнәлештәр, һис көтөлмәгән һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Заман уҡыусыларға киң мөмкинлектәр, яңы офоҡтар аса тигән һүҙ. Тимәк, беҙ, уҡытыусылар ҙа, ошо яңы шарттарға ҡулайлашып, һығылмалыҡ күрһәтеп, йәһәт кенә үҙгәрештәргә яраҡлашырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн каникул юҡ.
– Белем биреү генә етмәй, балаларҙы тәрбиәләргә лә кәрәк бит әле...
– Эйе, мәктәптең бер иңенә тейешле белем биреү бурысы һалынһа, икенсе иңен тәрбиә бурысы баҫа. Күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны әйтмәксемен (тәжрибәле уҡытыусылар, бәлки, минең менән килешеп тә бөтмәҫ), яҡшы тәрбиәгә нигеҙ бары ғаиләлә һалына. ”Әсә һөтө менән инмәгәнде кәзә һөтө менән индереп булмай” тигән мәҡәлдәгесә. Мин “кәзә” ролендә төрлөсә тәрбиә эшен алып барырға, үҙемсә өлгө күрһәтергә тырышып та, һөҙөмтәнең булмауын күреп, ҡайһы саҡта үртәлгәнем бар.
Уҡытыусыларыбыҙ бик яҡшы, асыҡ күңелле, ярҙамсыл. Әллә ҡасан мәктәпте тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан уҡыусыларын да онотмайҙар, ҡыҙыҡ хәл-әхүәлдәрҙе иҫкә төшөрөп торалар. Берәйһе көтмәгәндә мәктәпкә аяҡ баҫһа, балаларса шатланалар...
– Иң ҡыҙыҡ хәл-ваҡиғалар мәктәптә була инде ул. Үҙегеҙ менән булған берәй иҫтәлекте беҙҙең менән уртаҡлашығыҙ әле, Гөлкәй Урал ҡыҙы...
– Эй, ундай мауыҡтырғыс, иҫтәлекле ҡыҙыҡтар көн һайын инде ул! Бер класты видеороликка төшөрөргә уйлап, кескәйҙәр янына индем. Уҡыусылар мауығып китеп әкиәттең дауамын һөйләй: “Шунан ҡуян өйөнә ҡайтып ингән... Ә унда бүре һағалап торған (бала мыш-мыш килә)... һәм йотҡан!” Камераны һүндергәс, һорайым: “Минән ҡурҡтыңмы әллә?” “Юҡ, ҡуян йәл (йәштәре ағып, илай башлай)...”
Беренсе класҡа уҡырға төшкән баланың мәктәп директоры урынбаҫарына исеме, атаһының исеме менән өндәшер урынға “Һаумы, инәй!” тип бик йылы сәләмләүен дә йылмайып иҫкә алам. Шундай бер ҡатлы, самими, ихлас балаларҙы яратмау мөмкин түгел, шуға күрә мин мәктәптә лә инде.
– Гөлкәй Урал ҡыҙы, һеҙҙең менән әңгәмә ихлас булды. Яңы уҡыу йылында ҙур уңыштар, еңеүҙәр насип итһен!
- Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.