Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2021, 10:30

Виталий Зәйнуллин Башҡортостанға дан килтерҙе

"Ворлдскиллс ярыштары тураһында күптән ишетеп белә инем, әле унда үҙем дә ҡатнашыу бәхетенә ирештем".

Виталий Зәйнуллин Башҡортостанға дан килтерҙеВиталий Зәйнуллин Башҡортостанға дан килтерҙе
Виталий Зәйнуллин Башҡортостанға дан килтерҙе

Өфөлә бер нисә көн дауамында барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты еңеүселәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Иң-иңдәр араһында Виталий Зәйнуллин да бар.

– Ворлдскиллс ярыштары тураһында күптән ишетеп белә инем, әле унда үҙем дә ҡатнашыу бәхетенә ирештем, – тип һөйләй “Химиялар технологияһы аппаратсыһы” тигән компетенцияла уңыш ҡаҙанған Виталий Зәйнуллин. – Әлбиттә, ярайһы ҡатмарлы эштәрҙе башҡарҙыҡ. Шуға һөйөнәм – мин еңеүселәр исемлегендә инем.

Алтын миҙал алған Виталий Зәйнуллин билдәләүенсә, уңыш сере – тәрән белем, һәр ваҡыт белемде камиллаштырыу.

Виталий Зәйнуллин менән әңгәмәләшкәндә, үҫмерҙең баҫалҡы, әммә белемле һәм ныҡышмал сифаттарына иғтибар иттек. Егеттән киләсәккә маҡсаттары тураһында ла белештек. “Беҙҙә тәрән белем алыу өсөн һәр йәһәттән дә шарттар тыуҙырылған, барыһы ла үҙеңә бәйле. Күңелемә ятышлы һөнәр һайлау тураһында хыялланам”, – тине ул.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас