

Өфөлә уҡытыусыны Белем көнө менән ҡотлау өсөн гөлләмәнең уртаса хаҡы 1200-1500 һумға етте. Былтыр улар 1000-1200 һум торған.
“Үткән йыл 1 сентябрҙә мәктәпкә барыһы ла бара алманы, шуға сәскә лә аҙ һатылды, быйыл күпләп алалар – күрәһең, педагогты гөлләмә биреп шатландырыу йолаһы һағындырғандыр”, – тигән бер сәскә һатыусы “РБК-Өфө” агентлығы хәбәрсеһе менән һөйләшкәндә.
Ҡайһы ваҡыт ата-әсәләр, үҙ-ара берләшеп, уҡытыусыға бөтә класс исеменән ҙур һәм ҡиммәтлерәк гөлләмә лә һатып ала. Белем көнөнә генә түгел, башҡа байрамдар айҡанлы ла Өфөлә гөлләмә һатып алыу арта бара икән.
Фото: РБК-Өфө сайты.