

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә уҡыу йылы башланыуға бәйле белем биреү учреждениеларында коронавирус инфекцияһы таралыу мәсьәләһен тикшереү менән башланды. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, тәүге көндәр йомғаҡтары буйынса уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында ҙур булмаһа ла, сирҙең үҫеше теркәлгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хәлде айырым контролгә алырға ҡушты.
– Динамиканы күҙәтәсәкбеҙ. Әгәр барыһы ла тигеҙ барһа – яҡшы, юҡ икән – нимә эшләргә кәрәклеген уйларға кәрәк, - тине ул.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыу йылы ғәҙәти форматта башланды. Коронавирус инфекцияһы таралыуы буйынса хәлдәр тотороҡло булғас, ошондай ҡарар ҡабул ителде. Дистанцияла уҡыу хроник сирҙәре булған балаларға ғына ҡағыласаҡ. Ата-әсәләр бындай хоҡуҡ менән файҙаланған һәм балаларын өс аҙнаға, ҡайһы берҙәре дүрт аҙнаға дистанция форматына күсергән.
Министр белдереүенсә, бөтә мәктәптәрҙә лә кәрәкле санитар талаптар үтәлә. Уҡыусылар ағымдарын айырыу өсөн төрлө төҫлө маркировкалар ҡулланыла. Уҡыусылар кабинет системаһы буйынса уҡый. Һәр кемдем тән температураһы үлсәнә. Уҡытыусылар битлек кейеп йөрөй. Уҡытыусыларҙың 80 проценты коронавирустан прививка яһатҡан. Республика мәктәптәрендә БДМУ һәм медколледждарҙа белем алған 1268 медицина инспекторы эшләй. Шулай уҡ 2244 педагог та был бурысты башҡара.
Фото: newsbash.ru