Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 09:10

Һамарҙарҙың шатлығы сикһеҙ

Рәсәйҙә “Мәғариф” федераль милли проектының “Һәр баланың уңышы” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә быға айырыуса баҫым яһаны.

 – Һәр бала талантлы, уларҙың һәләтен асыу – төп маҡсатыбыҙ, Рәсәйҙең уңышы тап ошонда ла инде, – тине Владимир Владимирович.

Башҡортостанда ла балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү йүнәлештәрендәге проекттар йылдам тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, “Һәр баланың уңышы” милли проекты ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәләтен иртә асыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, әлеге проект ярҙамында Һамар ауылы мәктәбенең спорт залына ремонт эшләнгән.

– Спорт залының иҙәне алмаштырылды, стеналар буялды, шулай уҡ бүтән төрлө эштәр еренә еткереп башҡарылды, – тип шатлығы менән уртаҡ­лаша Һамар ауылы мәктәбенең уҡытыусылары.

Шул иғтибарға лайыҡ, бөгөн Һамар мәктәбенең спорт залын танырлыҡ та түгел. Төҙөлөштөң подрядсыһы – “Строй основа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Федераль ҡаҙнанан ҙур сумма бүленгән – 811 мең һум аҡса. “Һәр баланың уңышы” милли проектына ярашлы, Хәйбулла районы хакимиәте 1,5 миллион һум аҡса йүнәлткән. Ата-әсәләрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, балалар тырышып уҡыуҙан тыш, спорт йүнәлешендә лә һынатмай. Спорт залын яңыртыу  спорт менән дуҫтарға яңы мөмкинлектәр аса.

– Һамар ауылы мәктәбенең спорт залына ремонт барған осорҙа Японияның баш ҡалаһы Токиола XXXII Йәйге Олимпия уйындары ойошторолдо, – тип һөйләй Һамар мәктәбенең физкультура уҡытыусылары. – Рәсәйҙәр еңеү яулағанда ҡыҙ һәм егеттәрҙең нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән! Улар көнөнә бер нисә тапҡыр мәктәпкә килеп әйләнде. “Күнекмәләр майҙансығы нисек булыр?”, “Волейбол урыны ҡайҙа күсерелер?”, ҡыҫҡаһы, һәр береһенең һорауы күп ине. Хәҙер иһә бында һәр балаға үҙенең талантын күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Киләсәктә ойоштороласаҡ Йәйге йәки Ҡышҡы олимпиадаларҙа беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ҙә ҡатнашыр тип ышанабыҙ. Былай әйтергә тулы нигеҙ бар, сөнки бәләкәй балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә физкультура дәрестәренә теләп йөрөй, улай ғына ла түгел, төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, райондан тыш, республика кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә лә һынатмай.

Рәсәй етәкселеге өсөн алмаш әҙерләү, киләсәкте хәстәрләү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. 

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас: