Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 13:30

“Аврора” таланттарҙы йыя

Башҡортостандың “Аврора” таланттар үҫтереү үҙәгендә Яндекс Академияһы лицейына уҡыусылар йыйыу башланды. Был курстар 8-10 класс уҡыусылары өсөн илебеҙҙең эре IT-компанияһы тарафынан бушлай ойошторола. 

“Аврора” таланттарҙы йыя
“Аврора” таланттарҙы йыя

Башҡортостандың “Аврора” таланттар үҫтереү үҙәгендә Яндекс Академияһы лицейына уҡыусылар йыйыу башланды. Был курстар 8-10 класс уҡыусылары өсөн илебеҙҙең эре IT-компанияһы тарафынан бушлай ойошторола.

Уҡырға инеү өсөн https://yandexlyceum.ru/#entry сайтында ғариза ҡалдырырға һәм 10 сентябргә тиклем онлайн-тест үтергә кәрәк. Йомғаҡлау этабында Яндекс.Лицейҙың уҡытыусыһы менән әңгәмәләшеү уҙғарыла. Уҡыу көндөҙгө бүлек шарттарында, бушлай, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге белем биреү үҙәгендә аҙнаһына ике тапҡыр ойошторола.

Яңы уҡыу йылын “Аврора” бер нисә йүнәлештә башлап ебәрҙе. Яндекс Академияһынан тыш уҡыусылар ике технологик олимпиадала һәм “Бөгөнгө көн дәрестәре” программаһында ҡатнаша ала. Был дәрестәрҙең үҙенсәлеге шунда: уҡыусылар үҙ мәктәптәрендә үҙҙәре студиялар булдырасаҡ. Сентябрҙән май айына тиклем һигеҙ белем биреү циклы үткәреләсәк. Студияларҙа шөғөлләнеүселәрҙе СИБУР, СПбГУ, Нейроботикс, Яндекс, ФосАгро, Росатом һәм башҡа ойошмалар төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәре менән таныштырасаҡ.

Белеүебеҙсә, “Аврора” таланттар үҫтереү үҙәге “Сириус” федераль белем биреү үҙәгенең филиалы булып һанала. Йыл һайын республиканың 30 меңдән ашыу уҡыусыһы “Аврора” тарафынан ойошторолған белем биреү программаларында, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Бында уҡыу һәм шөғөлләнеү бушлай.

“Сириус” белем биреү үҙәгенең етәксеһе Елена Шмелева “Аврора” кеүек үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген киңерәк таратырға тәҡдим итте. “Дөйөм белем биреүҙең үҫеше ниндәйҙер айырым өлгөлө миҫалдар һәм ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән сығып иҫәпләнергә тейеш түгел. Беҙҙең өсөн һәр мәктәп һәм унда уҡыған һәр бала мөһим. “Сириус” дәүләткә ярҙам итергә һәм был йәһәттән оҫталыҡ үҙәге булараҡ сығыш яһарға әҙер”, - тип билдәләне Елена Шмелева.

Фото: vk.com/avrora_rb 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: