Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 11:51

“Бала саҡ иле” һоҡландыра

Айрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

– Бына беҙҙең яңы балалар баҡсаһы! Уның биләмәһе гел шау-гөр килеп торасаҡ, 220 балаға иҫәпләнгән баҡсаның асылыуы – дүртөйлөләр өсөн оло шатлыҡ, – тип ҡаршы алды беҙҙе мөдир Изольда Марсель ҡыҙы Апҡадирова. – Ҡарағыҙ әле, ниндәй күркәм, ҡупшы ул! Бында 12 төркөм эшләй, тейешле йыһаз, уйынсыҡтар, төрлө уйындар – барыһы ла бар.

 – Яңы баҡсағыҙға ике йөҙҙән ашыу баланы ҡайҙан таптығыҙ? Бинағыҙ ҙур, Дүртөйлөлә балалар баҡсалары былай ҙа бер тиҫтә, – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Эйе, бында баҡсалар күп, әммә беҙҙеке иң ҙуры, – тип йылмая Изольда Марсель ҡыҙы. – Ҙур көсөргәнеш менән эшләгән балалар баҡсаларын бер аҙ бушатыу өсөн үҙебеҙгә уларҙағы кескәйҙәрҙе алдыҡ. Беҙ бит балаларҙы хатта йәш ярымдан алып тәрбиәләйәсәкбеҙ. Кол­лективыбыҙ 58 кешенән тора. Өс ҡатлы бинала лифттың булыуы бик уңайлы. Музыка, физкультура күнекмәләре үткәрелә, логопед эшләй, бына тигән спорт майҙандары әҙер, үҙебеҙҙең аҙыҡ блогы бар. Барыһы ла өр-яңы! “Бала саҡ иле” бәләкәстәрҙе үҙ ҡосағына саҡыра!

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас: