Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 19:00

"Бар Башҡортостан халҡы исеменән рәхмәт!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров IX “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалы еңеүселәрен бүләкләне.

"Бар Башҡортостан халҡы исеменән рәхмәт!"
"Бар Башҡортостан халҡы исеменән рәхмәт!"

“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы еңеүселәре менән осрашты һәм уларҙы бүләкләне.

– Һеҙгә ихлас күңелдән оло рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, – тине Радий Фәрит улы. – Алдан вәғәҙә итеүебеҙсә, бынан бер нисә көн элек тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Бында еңеүселәр йыйылды. Һеҙгә бар республикабыҙ халҡы исеменән ҙур рәхмәт. Еңеүҙәрегеҙ менән бар Башҡортостанды данланығыҙ. Республика барыһын булдыра ала тигәнде иҫбат иттегеҙ. Беҙ – илебеҙҙә лидер төбәк.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, милли чемпионат барған ваҡытта яңы идеялар тыуған, яңы фекерҙәр барлыҡҡа килгән. Киләсәктә Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара кимәлдәге ВорлдСкиллс ярыштарына әҙерләнә башларға кәрәк. Республика Башлығы министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә киләсәктә ВорлдСкиллс чемпионатына әҙерләнгәндә колледж уҡыусыларына булышлыҡ ҡылырға ҡушты.

Билдәле булыуынса, ВорлдСкиллс милли беренселегендә Башҡортостан командаһы икенсе урынды алды. Дөйөм иҫәптә 62 миҙал, шул иҫәптән һигеҙ алтын, 12 көмөш һәм 19 бронза миҙал.

Фото: "Башинформ".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: