Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 14:30

Беҙҙең үҫмерҙәр һынатманы

Конкурс ярымфиналында Рәсәйҙең 71 төбәгенән 47 команда көс һынашты.

Беҙҙең үҫмерҙәр һынатманыБеҙҙең үҫмерҙәр һынатманы
Беҙҙең үҫмерҙәр һынатманы

Ошо көндәрҙә “Һанлы алға китеш-2021” Бөтә Рәсәй конкурсы миҙгеленең бишенсе ярымфиналы тамамланды. Ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының флагман проекты нигеҙендә ойошторолдо.

Сарала Рәсәйҙең 71 төбәгенән 47 команда көс һынашты. Ә Башҡортостандан ике команда (“Сервер диңгеҙенең пингвиндары” (Алексей Тихонов, Юрий Сергеев, Кристина Рычкова) һәм “Дүртәү кәмәлә” (Дмитрий Попов, Дмитрий Бережнов, Алина Туҡтарова, Костантин Михайлов) ҡатнашып, “Һанлы алға китеш” конкурсының “Финанстар, банкинг һәм страховкалау” хакатонында еңеүсе булды.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” майҙанының директор урынбаҫары Антон Сериков билдәләүенсә, ярышта ҡатнашыусылар мәсьәләләрҙе тиҙ сискән. Бындағы хакатонда ике кейс идара итеүгә ҡоролған.

Был осорҙа Башҡортостанда конкурстың ике офлайн-нөктәһе эшләгән. Өфө ҡалаһындағы “Лаборатория VEEAM ӨДАТУ” һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Кибер-102” - шуға асыҡ миҫал.

Фото: "Башинформ".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас