Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 16:00

Өфөлә Беренсе уҡытыусыға һәйкәл ...булмай

Тәлғәт Ҡотлобаев ғүмере буйы беренсе уҡытыусыһына рәхмәтле

Өфөлә Беренсе уҡытыусыға һәйкәл ...булмай
Өфөлә Беренсе уҡытыусыға һәйкәл ...булмай

Уҡытыусы – һәр ваҡыт ауыр ҙа, хөрмәтле лә һөнәрҙәрҙән һанала. Илебеҙҙең бер нисә урынында уҡытыусыға һәйкәл урынлаштырылған. Беренсенән, кемдәрҙер уҡытыусыны дан-шөһрәткә күмергә теләгән, икенсе берәүҙәр ошо һөнәрҙең бөйөклөгөн күрһәтергә ынтылған.

Сығышы менән Хәйбулла районының Өфө ауылынан булған Тәлғәт Ҡотлобаев ғүмере буйы беренсе уҡытыусыһына рәхмәтле, белемлелеккә өндәгәне, күркәм тәрбиәгә өйрәткәне өсөн.

– Дөрөҫ һөнәр һайларға ярҙам иткән беренсе уҡытыусыма һәйкәл эшләү тураһында күптән хыялланам, – тип һөйләй инженер Тәлғәт Ҡотлобаев. – Ваҡыт үтеү менән фекерем дә үҙгәрҙе. “Һәйкәл беренсе уҡытыусыма түгел, ә ғөмүмән, уҡытыусыларға булырға тейеш”, тигән уйға килдем.

Ауыр эш менән бәйле иртә хаҡлы ялға сыҡҡан Тәлғәт Ҡотлобаев Өфө ауылында һәйкәл урынлаштырмаҫҡа булған. Уны бына нисек аңлатты әңгәмәсем:

– Өфө – бәләкәй ауыл. Һәйкәл һынлы һәйкәл булғас, ул ҙурыраҡ урында, халыҡ күп йөрөгән урында торорға тейеш. Бәлки, киләсәктә, район үҙәге Аҡъярҙа булыр, бәлки, Сибай ҡалаһына ҡуйылыр. Ваҡыт күрһәтер.

 

Фото: fotoload.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: