Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 22:00

Колледж уҡытыусыларына – 600 мең һум!

Урта һөнәри белем биреү учреждениелары заманса компетенцияға эйә булған квалификациялы уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисерә. Шуны күҙ уңында тотоп...

Колледж уҡытыусыларына – 600 мең һум!
Колледж уҡытыусыларына – 600 мең һум!

“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы еңеүселәре генә түгел, колледж директорҙары менән дә осрашты.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн урта һөнәри белем биреү учреждениелары заманса компетенцияға эйә булған квалификациялы уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисерә. Шуны күҙ уңында тотоп, колледж уҡытыусыларына ярҙам сараларын күрергә кәрәк.

Радий Хәбиров ошондай шатлыҡлы мәғлүмәт еткерҙе - колледж уҡытыусыларына йыл да 600 мең һум күләмендә грант биреләсәк. Республика етәксеһе Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға колледж директорҙары һәм мастерҙарына ярҙам йөҙөнән биреләсәк ошо гранттың программаһын уйларға ҡушты.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: