Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 11:45

Һәр ҡаҙаныш нигеҙендә – уҡытыусы

Ҡатмарлы заманда, көтөлмәгән һынауҙар һағалап ҡына торған, әммә һоҡланып туймаҫлыҡ йәмле, асыштар, ҡаҙаныштар хайран ҡалдырған дәүерҙә йәшәйбеҙ. Ниндәй генә ҡоролош булмаһын, һәр быуын үҙен оло тормош юлына сығарған, шағир әйтмешләй, һине “кеше итеп әҙерләгән”, “тормоштоң көрәшсеһе иткән”, “кескенәнән һөйгән һәм ҡәҙерләгән” уҡытыусыһын һис онотмаясаҡ, остазының кәңәштәре уны ғүмер буйы оҙатып барасаҡ.

 

Көс-ҡеүәт бирә

 

Көн һайын һине йылмайып “Һаумыһығыҙ!” тип ҡаршы алған һәм, яҡшы теләктәр теләп, “Һау булығыҙ!” тип оҙатҡан, дөрөҫ йүнәлеш биргән уҡытыусыларын иҫкә алмаған бер кем дә юҡтыр кеүек. Уҡытыусы үҙе лә бит белем биргән, шәхес итеп тәр­биәләгән һәр уҡыусыһын оҙаҡ йылдар хәтерендә һаҡлай.

Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге гимназия­һында балаларға белем һәм тәрбиә орлоҡтары сәскән 34 уҡытыусының һәр береһе өсөн яңы уҡыу йылы – өр-яңы дәрес, алға әйҙәүсе асыштар һәм яңы кинәнес килтерәсәк ҡаҙаныштар осоро ул. Әңгәмәсебеҙ, ошо танылған гимназияның директор урынбаҫары Зөһрә Фәүәдис ҡыҙы Әхмәтова ғүмере буйы эҙлә­неүҙән бушамаған, туҡтауһыҙ ижад иткән хеҙмәттәштәре хаҡында һүҙ башлағанда, “уңыш­тарҙың төбөндә берҙәмлек ята”, тип әйтеүе юҡтан түгел.

Ошо уңған, үҙенсәлекле, төр­лө яҡтан һәләтле шәхестәрҙе бер усҡа туплауҙа ҙур маһирлыҡ, сабырлыҡ күрһәткән етәкселәре Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйе­нованың 2013 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” конкурсында “Иң яҡшы милли гимназия” номинацияһында еңеп сығыуы – оло хеҙмәт емештәренең бере­һе генә. Ә яуланған үрҙәрҙе һаҡлау өсөн яңы ынтылыштар, көндәлек тырышлыҡ талап ителә. Коллективта юғары, беренсе һәм икенсе квалификациялы катего­рияға эйә, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған уҡытыусылар ҙа байтаҡ. Ике уҡытыусы “Мәғариф” милли проекты гранттарын алыуға өлгәшкән. Сифатлы белем биреү уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт халҡының этно-мәҙәни традициялары, хәүефһеҙ, уңайлы белем биреү мөхите нигеҙендә башҡарыла. Әлбиттә, уҡыу процесында ҡатнашҡан һәр кемдең сәләмәтлеген һаҡлау – көнүҙәк мөһим мәсьәлә.

Коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлылығын иҫәпкә алып, уҡытыусыларға вакцина яһау барышы контролгә алынған. Прививка яһатмайынса балалар менән көн дә аралашыу, һис һүҙһеҙ, хәүеф тыуҙырасаҡ.

– Август башында уҡ хеҙ­мәттәштәребеҙҙең яртыһынан күбеһе вакцина яһатты, – ти Зөһрә Фәүәдис ҡыҙы. – Берҙәм­лектең тағы бер сағылышы – мәктәп кабинеттарын заманса яңыртыуға коллективтың дәррәү тотоноуын әйтер инем. Хатта ата-әсәләр беҙгә ярҙам итергә ҡушҡуллап риза булды. Район хакимиәте стенд, баннерҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ алыу өсөн йөҙ мең һум аҡса бүлде.

Беҙҙең ғорурлығыбыҙ – уҡыу­сылар. Быйыл аттестат алған 13 уҡыусының бишеһе уҡыуҙы “бишле”гә тамамланы. Ғөмүмән, сығарылыш уҡыусыларының йөҙ проценты юғары уҡыу йорттарына инә, был беҙҙең өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ. Беҙҙең бурыс – уҡытыу программаһын үҙләштереүҙән тыш, балаларҙың ижади, спорт һәләттәрен дә үҫтереү. Гимназияла халыҡ шағиры Назар Нәжми ижадына арналған музей ойошторолған, шағирҙың һирәк осрай торған шәхси әйберҙәре, үҙ ҡулы менән яҙылған хаттары ҡәҙерләп һаҡ­лана, әҙиптең  ялҡынлы һүҙҙәре әлегәсә беҙгә ынтылыш менән йәшәргә көс-ҡеүәт бирә...

 

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

 

Илеш районының Ҡарабаш ауылында тыуып үҫкән Зөһрә Фәүәдис ҡыҙын яҙмыш еле Дүртөйлө районына алып ки­леүенә лә байтаҡ ваҡыт уҙған. “Иптәшемә эш буйынса күрше районға күсергә тәҡдим булғас, тәүәккәлләп, йәшәгән урыны­быҙҙы алмаштырырға булдыҡ, – ти ул. – Икебеҙ ҙә – Ҡара­баштан, ә илештәр менән дүр­төйлөләр – һәр саҡ үҙ-ара ярышып, бер-береһенән өлгө алып, тәжрибә туплап йәшәгән сәмле халыҡ. Рухи яҡтан да, белем алыу, донъя көтөү, традиция­ларҙы һаҡлау йәһәтенән дә уртаҡлыҡтар күп, шуға күрә Дүртөйлө халҡы яҡташтарым кеүек үк күңелемә бик яҡын”.

Зөһрә Фәүәдис ҡыҙы – йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған әүҙем шәхес, райондың ҡоролтай ағзаһы булараҡ тарихты өйрәнеү, ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп һаҡлау, балалар күңелендә тыуған яҡҡа һөйөү, илһөйәрлек тойғоларын уятыу өсөн тырышлыҡ һалған уҡытыусыларҙың береһе.

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? Уны тәрбиәләү өсөн эште ниҙән башларға? Был һорауға Зөһрә Фәүәдис ҡыҙының яуабы әҙер: “Тыуған йорт тупһаһынан, йәшә­гән төйәгебеҙ менән танышыуҙан башлана, – ти ул. – Беҙ ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә, тыуған төйәк буйлап гиҙергә, хозурлыҡты ҡайҙалыр уҡып ҡына түгел, ә үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күрергә яратабыҙ. Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында, диң­геҙҙәй йәйрәп, тулҡынланып ятҡан Нөгөштә булып, тәьҫо­раттарыбыҙҙы байыттыҡ. Күккә ашҡан ғорур тауҙарҙы яратам, улар үҙҙәре бер серле донъя бит. “Мораҙым тарлауығы”  тәбиғәт паркы – республикабыҙҙа иң хозур урындарҙың береһе, унда ял итер, онотолғоһоҙ тәьҫораттар алыр өсөн бөтә Рәсәйҙән сәйәхәтселәр килә. Бында мәмерйәләр һәм тау ҡыуышлыҡтары иҫәпһеҙ. Яңы Мораҙым тип аталғаны иң ҙуры һәм тәрәне. Ошо тәбиғәт мөғ­жизәһе тураһында һөйләгәндә, балаларҙың күҙҙәре баҙлап янып китә, һораша башлайҙар... Уларҙа тыуған яҡ тәбиғәтенә ҙур ҡыҙыҡһыныу, тарихына хөрмәт уяна.

Ҙурлығы буйынса Көньяҡ Уралда урынлашҡан икенсе бейеклек, оҙонлоғо төньяҡ-көнсы­ғыштан көньяҡ-көнбайышҡа тиклем 12 километр тәшкил иткән Ирәмәл тауы түбәһенә менеп, бер төркөм башҡорт егетенең ҡурайҙа “Урал”ды һыҙҙырыуын оноторлоҡмо ни! Иҫебеҙ китеп, тын да алмай тигәндәй тыңланыҡ ҡурай моңон. Архангел райо­нындағы Боҙ мәмерйәһендә булдыҡ, Еҙем йылғаһында һыу индек, Әбйәлил районының ҡабатланмаҫ гүзәл тәбиғәтенә һоҡландыҡ. Балаларҙың күңе­лендә ошо ерҙәрҙә булыу теләге ҡабынғанын, тыуған Дүртөйлө районындағы иҫтәлекле урын­дарҙы өйрәнеүгә иғтибарҙары артыуын тоям”.

 

“Ҡыр-йылан тармағы беҙ”

 

Дүртөйлөләр – тыуған яҡ тарихын, ата-бабаларҙың үткәнен ҡәҙерләп һаҡлай белгән яуаплы халыҡ. Быйыл районда иң күп һанлы башҡорт ырыуҙарының береһе – Эске йылан ырыуы – йыйыны гөрләп үтте. Йылан башҡорттарының аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортостандың көн­байыш өлөшө биләмәһе буйлап көньяҡтан төньяҡҡа табан киң һыҙат буйлап һуҙылған. Әлеге ваҡытта был ырыу вәкилдәре Бишбүләк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран һәм Саҡмағош райондарында йәшәй. Йылан ауылдары Татарстан Республикаһының Баулы районында ла бар. Ырыуҙаш­тарҙың тап ошо сарала тантаналы шарттарҙа  Эске йылан гимнын ҡабул итеүе менән Зөһрә Фәүәдис ҡыҙы ысын күңелдән ғорурлана бөгөн. Тарихи гимнды Руфина Камалова һүҙҙәренә Филүс Беркет ижад иткән. “Ырыу ҡоронда ҡатнашыусылар йырҙы тәүгеләрҙән булып ишетте. Беренсе тапҡыр ул йыйында – Дүртөйлө район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә – яңғыраны. Тыуған төйәк, республика, ата-бабалар рухына ихтирам, ғорурлыҡ менән башҡарылған йырҙы тамашасылар ихлас ҡабул итте.

Башҡортостан – ғәзиз илебеҙ,

Тыуып үҫкән еребеҙ.

Төрлө ырыуҙар бергә йәшәгән

Сал тарихлы еребеҙ.

Иҙел йылан, Эске йылан,

Ҡыр йылан тармағы беҙ.

Тарихыбыҙ төпкөлөнән

Ата-бабам һала оран:

“Тоҡсаба!”, “Тоҡсаба!”,

Ҡошо – ҡарға, ағасы – ҡайын,

“Әүернә” тип тамға һуҡҡан

Ырыуыбыҙ – йылан.

Башҡортостан –

тыуған еребеҙ,

Саф һауалы күгебеҙ.

Таҙа шишмәле, ҡуйы урманлы

Йәшел бишек еребеҙ.

Һоҡланып та туя алмаҫлыҡ

Беҙҙең һөйгән еребеҙ.

Һәр һүҙе алтын был гимндың, һәр юлында тыуған яҡҡа һөйөү, ата-бабаларыбыҙ тарихы менән тәрән ғорурланыу тойғоһо ята. Йыйын да бик күркәм ойошторолдо, әһәмиәтле сара район мәҙәниәт йортондағы фойела, Эске йылан ырыуының күре­некле нәҫелдәре шәжәрәләре күргәҙ­мәһенән башланды. Артабан, билдәле тарихсыларыбыҙ үҙ эҙләнеүҙәренә нигеҙләнгән мәғ­лүмәттәре менән сығыш яһа­ны. Тамырҙарын ҡәҙерләп өйрәнгән халыҡ кемдәрҙең эске йыландар булыуы, үҙҙәренең асыштары һәм күренекле шә­хестәре хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты. Эске йылан ырыуына ҡараған Исмаил ауылында һаҡланған 300 йыллыҡ шәжәрә менән танышыу минең өсөн дә ҙур асыш булды, уны ошо көнгәсә һаҡлап, быуындан-быуынғаса тапшырып килә  алған кешеләргә ҙур рәхмәт!

“Уҡытыусы тап ошо ҡиммәт­тәрҙе бала күңеленә һала, тәпәй баҫҡан ерҙәренә мөхәббәт тәр­биәләй, олатай-өләсәйҙәренең тире тамған ергә ихтирам уята ала икән, уның хеҙмәте бушҡа китмәгән тигән һүҙ. Халыҡ ша­ғиры Назар Нәжми исемен йө­рөткән гимназия уҡытыусылары әлеге ҡатмарлы осорҙа ла белемле, гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙә алдынғы сафта барыуын дауам итәсәк. Беҙ балаларыбыҙҙы яратабыҙ, улар­ҙың тормошо менән ҡайнап йәшәү – оло бәхет!” – тине Зөһрә Фәүәдис ҡыҙы Әхмәтова.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Дүртөйлө районы.

Читайте нас: