Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2021, 14:30

Уҡытыусыларға – өҫтәмә аҡса

Быйыл Башҡортостанға 89 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән.

Уҡытыусыларға – өҫтәмә аҡса
Уҡытыусыларға – өҫтәмә аҡса

Республика Хөкүмәте  Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә  урта һөнәри белем биреү ойошмаларында класс етәкселеге өсөн айлыҡ түләүҙәр мәсьәләһе буйынса ултырыш үтте.

“Үткән йылдың сентябренән бөтә Рәсәй мәктәптәрендә класс етәкселеге өсөн биш мең һум күләмендә  федераль түләү  ҡаралды. Быныһы  әлегә тиклем  булған  түләүҙәргә  өҫтәмә.  1 сентябрҙән был сара колледждарҙағы уҡыу төркөмдәре кураторҙарына ҡағыласаҡ.  Улар федераль өҫтәмәгә ярашлы биш мең һум күләмендә аҡса аласаҡ.  Был маҡсатҡа Рәсәй Хөкүмәте тарафынан йыл аҙағына тиклем 2,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк,” – тип белдерҙе Андрей Назаров.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренә ҡарағанда, 2021 йылда түләүҙәр Рәсәй Федерацияһының “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы федераль бюджет средстволары иҫәбенә  башҡарыласаҡ. Быйыл Башҡортостанға  89 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән.

“Класҡа етәкселек өсөн айлыҡ түләү  республиканың Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау, Мәҙәниәт, Сауҙа һәм хеҙмәттәр, Урман хужалығы министрлыҡтары ҡарамағында булған  бөтә колледждарҙа түләнәсәк. Урта һөнәри белем биреү ойошмаларындағы төркөмдәр һаны 3 095 берәмек тәшкил итә,” – тине Айбулат Хажин.

Фото:”Башинформ”.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: