Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь , 20:30

Ярыш майҙансығы беҙҙе яҡынайтты

Милли чемпионат финалы еңеүселәре менән осрашҡанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты.

Ярыш майҙансығы беҙҙе яҡынайтты

“Торатау” конгресс-холында IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы еңеүселәре менән осрашҡанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты.

Уның билдәләүенсә, ошо майҙансыҡ барыһын да берләштергән. Улай ғына ла түгел, республикаға саранан бик күп мираҫ ҡалған.

"Беҙҙең Башҡортостанда төрлө компетенцияларҙа еңеү яулаған ҡыҙ һәм егеттәр бихисап, – тине Андрей Назаров. – Ошо еңеүселәр – республикалағы иң көслө команда. Оҫта булыу, үҫеш өсөн һәр саҡ тырышлыҡ һалырға кәрәк".

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә күптән түгел IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы үтте. Унда Башҡортостан командаһы икенсе урынды алды. Дөйөм иҫәптә 62 миҙал, шул иҫәптән һигеҙ алтын, 12 көмөш һәм 19 бронза.

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов