Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Сентябрь 2021, 14:05

Һөнәри белем биреү ойошмаларына иғтибар арта

Кисә “Торатау” конгресс-холында республика Башлығы  һөнәри белем биреү ойошмалары директорҙары менән осрашты.   

Һөнәри белем биреү ойошмаларына иғтибар арта
Һөнәри белем биреү ойошмаларына иғтибар арта

Кисә “Торатау” конгресс-холында республика Башлығы Р.Хәбиров һөнәри белем биреү ойошмалары директорҙары менән осрашты. Унда WorldSkills Russia хәрәкәтен үҫтереү, унда ҡатнашыусыларҙы, буласаҡ еңеүселәрҙе, призерҙерҙы әҙерләү буйынса һөйләшеү үтте.

– һеҙҙең менән беренсе ҡабат ошондай форматта осрашабыҙ, – тине Р.Хәбиров. – Беҙҙең техникум хәлдәрен ишетеп кенә белмәйем. Райондарға сыҡҡанда, һәр саҡ ундағы колледждарға һуғылам. WorldSkills Russia Милли финалын беҙҙә үткәреү ярайһы идеяларға этәрҙе. Элек ярты миллионлап бала уҡыған мәктәптәр, вуздар һәм фән иғтибар үҙәгендә ине. Урта һөнәри белемгә систематик ярҙам, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булманы. Үткән чемпионатта миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының икенсе урынға сығыуы беҙгә бергәләп тығыҙыраҡ эшләргә кәрәк икәнен белдерә. Ни өсөн тигәндә, киләсәктә, иҡтисадыбыҙҙы шулай уҡ әүҙем үҫтереү, яңы предприятиелар асыу барышында кадрҙар ҡытлығына килеп төртөлөүебеҙ ихтимал. Әле үк Ишембай һәм Стәрлетамаҡ районында төҙөлөп ятҡан “Алға” махсус иҡтисади зонаһында 1 меңләп тегенсе етмәй.

Башҡортостан Башлығы Мәғариф һәм фән министрлығына колледж директорҙары советы төҙөргә ҡушты. Ул киләһе дүрт-биш йылда өлкәне үҫтереү стратегияһы, һөнәри белем оҫталарына грант менән ярҙам итеү программаһын уйлау, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты нигеҙендә педагогтарҙың белемен камиллаштырыу курстары ойоштороу, һөнәри оҫталыҡ конкурстары һөҙөмтәләре буйынса уҡыусыларға стипендияны арттырыу мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш була. Шулай уҡ яңы перспективалы һөнәрҙәр барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алып, йәш кадрҙарҙы район-ҡалалар өсөн маҡсатлы рәүештә әҙерләү, шунда нығытыу өсөн проекттар уйлау ҙа мөһим.  

“Һәр профилле министр, республикабыҙ беренсе урынға сыҡһын өсөн,  киләһе WorldSkills Russia чемпионаттарына уҡыусылар әҙерләү менән шөғөлләнергә тейеш”, – тигән бурыс ҡуйҙы Р.Хәбиров.Ул шулай уҡ һөнәри техник белем биреү учреждениеларының матди базаһын яңыртыу кәрәклеген дә билдәләп үтте. “WorldSkills Russia Милли финалынан ҡалған мираҫ заманса ҡорамалдары булған 100 яңы оҫтахана асырға ярҙам итәсәк”, – тине ул һәм ятаҡтарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу планлаштырылғаны хаҡында ла әйтеп үтте.

***

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров WorldSkills Russia-2021 финалы һөҙөмтәләре буйынса барлыҡҡа килгән идеялары менән бүлеште.

– Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы йылдан-йыл үҫә, шуға ла һөнәри техник белем биреү һорауҙарын системалы рәүештә хәл итербеҙ, – тине ул. – Беренсе нәүбәттә колледждарҙың матди-техник базаһын нығытырға, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк.

Премьер-министр “Йәш һөнәрмәндәр паркы” нигеҙендә Өфөлә һөнәри белем буйынса федераль үҙәк төҙөү идеяһы хаҡында һөйләп ишеттерҙе. Майҙанды ҡулланыуҙың икенсе варианты – белем биреү үҙәге төҙөү.

Был проект тураһында республиканың мәғариф һәм фән министры А.Хажин да һөйләне:

– Бер сменала бында 300-гә тиклем, ә йылына 1,5 меңләп уҡыусы белем алырға мөмкин. Майҙан йыл әйләнәһенә эшләйәсәк, ә студенттар һәм колледж уҡытыусылары бында стажировка үтә һәм һөнәри оҫталығын үҫтерә ала.

Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан урта махсус белем биреү йорттары етәкселәре был өлкәне үҫтереү буйынса фекерҙәре менән бүлеште. Р.Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына тәҡдимдәрҙе өйрәнергә һәм был төр белем өлкәһен үҫтереү буйынса юл картаһын төҙөргә ҡушты.

– һеҙҙең бар һорауҙарығыҙҙы, идеяларығыҙҙы анализлап, колледждарҙы артабан үҫтереү буйынса ҡарарҙар ҡабул итербеҙ, – тип йомғаҡланы республика етәксеһе һәм директорҙарға WorldSkills Russia Милли финалында призлы урын яулаған егет-ҡыҙҙарҙы яҡшы әҙерләгән өсөн рәхмәт белдерҙе.

 

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: